Инглиз телен өйрәнергә теләүселәр өсөн ҡушымта

Инглиз телен өйрәнергә теләүселәр өсөн ҡушымта

Өфө ҡалаһында 2 бала әсәһе инглиз телен өйрәнергә теләүселәр өсөн ҡушымта төҙөгән. Күптәнге хыялын ҡатын тәүге сабыйы тыуғас тормошҡа ашырған. Ҡатынының эшен еңеләйтеү өсөн тормош иптәше декрет ялында ултырырға ризалашмаһа, мобиль ҡушымтаны сығарыу күпкә ҡатмарлы булыр ине. Атай кеше балаларҙы ҡарай, мәғлүмәт технологиялары белгесе булараҡ ҡатынының эшен яйға һалыуҙа булыша. Бына шулай, күптәнге хыялды тормошҡа ашырыу ғаиләне туплай. Аннаның инглиз телен өйрәнеү өсөн ҡушымтаһын Сәлимә Исламова ҡулланып ҡараны. Сабыйлы өйҙә тыныс булһа һағайта, тиҙәр. Шаярһындар, әммә ике күҙ араһында 3 йәш һәм 7 айлыҡ малайҙарҙы атай кешенән дә оҫтараҡ кем ҡарар? Әсәй әлбиттә, уның һәр ваҡыт янда булыуы яҡшы. Әммә әсәйҙең әлегә ваҡыты юҡ, ул видеодәрестәр яҙҙыра. Инглиз телен өйрәнеү дәрестәренең һәр береһен Анна тиҫтәләрсә тапҡыр яҙҙырған. Һәр саҡ нимәлер өҫтәге, яҡшыраҡ аңлатҡы килә, ти ул. Яҙма ҡәнәғәтләндерһә генә уны интернет селтәренә һала. Дәресте үтеп ҡарап, теләген ҡалдырыусы булһа, яңынан яҙҙыра. Камиллыҡтың сиктәре юҡ. Инглиз телен өйрәтеүҙә шәхси дәрестәрҙе Анна Гулак 17 йәшендә башлаған. Шунан бирле 3 юғары белем алған. Әммә бер аҙға ла белем биреүҙе туҡтатманым, ти ул. 10 йылға яҡын тәжрибә туплаған. 5 йыл элек үҙенең мобиль ҡушымтаһын булдырған. Ҡушымта 5 кимәл һәм 60 лекциянан тора. Кеше бер ингәс, ҡулланып ҡарамайынса сығып китмәһен, тип оҙаҡ уйландым, ти Анна. Мобиль ҡушымта эшләү һәр нглиз теле уҡытыусыһының ҡулынан килә торған эш түгел. Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эшләгән иптәшемдең тәжрибәһенән тыш, был эште атҡарып сыға алмаҫ инем, ти Анна. Техник яҡтан бөтә нәмәне ул хәстәрләй. Әсәй эшләгәндә ир-егеттәр күрше бүлмәлә. Атай кеше инде 2 йылдан ашыу декрет ялында. Тәүҙә береһе менән, хәҙер 2 баланы ҡарау уның иңендә. Был иң беренсе беҙҙең күптәнге хыялды тормошҡа ашырырға ярҙам итте, әллә күпме ваҡыт, сығымдар түккән эшебеҙҙе ҡулланыусыға еткерә алдыҡ ти ғаилә башлығы. Тағы бер яҡшы яғы, балалар ата-әсәһенең һәр саҡ янында булыуын тойоп үҫә.