Баҡсаларҙа емеш-еләк, йәшелсә өлгөргән, теплица һәм түтәлдәрҙә ҡыярҙың иң мул уңыш биргән мәле. “Алексеевка” совхозында иһә ҡыяр йыл әйләнәһенә үҫә. Ә бына томат үҫтереүгә ҡояш нурҙары кәрәк. Быйылғы йәйҙең иртә башланыуы һәм йылы килеүе менән файҙаланып хужалыҡта томат төрҙәрен арттырғандар. “Алексеевка” совхозында йәшелсәсе булып эшләгән Раушания Билалова быйыл хужалыҡта уңыштың уғата мул булыуы тураһында һөйләй. Бер көн эсендә ул, мәҫәлән, 3 тонна томат йыйып тапшырған-совхоз теплицаларында помидор төрҙәренең артҡан.“Алексеевка” совхозында үҫкән йәшелсә, емеш-еләктәргә һатып алыусылар иғтибары һәр ваҡыттағыса көслө. Июль башында кибет кәштәләренә черри томаттарының да сығарыла башлауы — тағы бер ҡыуаныслы күренеш.Асыҡ түтәлдә өлгөргән томаттарға өҫтөнлөк биреүселәр өсөн дә шәп яңылығыбыҙ бар: быға тиклем тик теплицала үҫтерелгән Митридат помидорҙары хәҙер шәхси баҡсаларҙағы кеүек асыҡ тупраҡта, ҡояш нурҙарында өлгөрә. Шунлыҡтан ул айырыуса тәмле. Район кибеттәренә таратылмаһа ла, Өфөлә улар бик тиҙ арала һатылып бөтә икән. Ҡыяр үҫтереүҙә лә быйыл “Алексеевка” совхозы белгестәре яңылыҡ индергән. Турамаларҙан тыш тағы ла тоҙлау өсөн бигерәк тә яҡшы был ҡыярҙар әле иғтибар үҙәгендә.Ҡыяр В төркөмө, С витаминдарына, микро һәм макроэлементтарға, күҙәнәклеккә бай. Ә помидорҙар 90 көн эсендә А,С витаминдарын, хатта аҡһым, кальций, магний, тимер һәм натрийҙы йыйып өлгөрә. Ә уларҙың ҡыҙыл төҫөн барлыҡҡа килтергән ликопин – көслө антиоксиданттарҙың береһе һанала. Ул рак күҙәнәктәренең үҫешен тотҡарлар көскә эйә, тип иҫбатлай табиптар. Тимәк, “Алексеевка” совхозы кибеттәрендә һеҙҙе йәй тәме менән бергә сәләмәтлек тә көтә.
Август айы йылдың иң йәмле һәм тәмле айҙарының береһе
Тулыраҡ: Август айы йылдың иң йәмле һәм тәмле айҙарының береһе