Абитуриент 2016

Тулыраҡ: Абитуриент 2016

Юғары уҡыу йортона инергә теләгән тәүге этап абитуриенттарының исемлектәре билдәле. Үҙаллы тормошҡа тәүге аҙымдарын эшләүсе йәштәр менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Ғафури районы Красноусол ҡасабаһынан килгән Нурия Латипова киләсәктә журналист булырға хыяллана. Быйыл Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегендә бюджет урындары аҙ, әммә был да сая ҡыҙҙы ҡурҡытмай. Түләүле нигеҙҙә булһа ла ҡуйған маҡсатыма ирешәм, ти Нурия.Башҡорт дәүләт университеты быйыл бюджет урынына 959 кеше ҡабул итә. Иң ҙур конкурс — журналистика, иҡтисад, сит телдәр, биология, география йүнәлештәре буйынса. Ҡабул итеүҙә үҙгәрештәр булһа ла бер урынға хатта илле кеше дәғүә иткән факультеттар ҙа бар. Өфө дәүләт нефть техник университеты ла быйыл бюджет урындарына ғына меңдән ашыу кеше ҡабул итә. Уҡыу йортона Башҡортостандан ғына түгел, сит илдәрҙән уҡырға инергә теләүселәр ҙә байтаҡ. Быйыл тау-нефть факультетына документ тапшырыусылар 700-ҙән ашып китте, тиҙәр ҡабул итеү комиссияһында. Быйыл да элекке кеүек абитуриенттар Рәсәй буйынса биш вузға өсәр йүнәлеш буйынса ғариза тапшыра алды. Әммә белгестәр уҡырға инеү ихтималлығы күберәк булған уҡыу йортона өҫтөнлөк бирергә кәңәш итә, ҡабул итеүҙең икенсе этабының һөҙөмтәләре лә бына-бына билдәле буласаҡ. Юғары уҡыу йорттарына дөйөм конкурс буйынса ҡабул итеүҙең тәүге этабы тамам. Кемдәр үҙҙәрен исемлектәрҙә тапмаған, әле өмөт бар. Икенсе этап 8-се августа уҙасаҡ.