Башҡортостанда ойошторолған “Салауат Юлаев” ирекмәндәр батальонына эләгә алмаусылар республика властарына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Был турала Оператив кәңәшмә барышында Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Ул бындай һәр осраҡты айырым тикшерергә һәм ирекмәндәр батальондарын кейем, техника, башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүҙе әүҙемләштерергә ҡушты. Хөкүмәт ултырышында ҡаралған башҡа мәсьәләләр хаҡында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов.Аҙна башы өсөн ғәҙәти Оператив кәңәшмә был юлы ғәҙәттәгенән айырмалы видеокәңәшмә форматында үтте, ә төп спикер Андрей Назаров. Хөкүмәт рәйесе ултырышты асып Радий Хәбировтың үпкәһенә һалҡын тейҙереүе хаҡында хәбәр итте. Йола буйынса үткән аҙнаның эшлекле көн тәртибенә байҡау яһалды, Өфөлә беренсе тапҡыр үткән “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” форумына йомғаҡлап Андрей Назаров уның йыл һайын ноябрь айында үткәреләсәге хаҡында әйтте. 14 төбәктән 70 спикер, 30 тематик майҙансыҡта ике көн дауамында эшләне. Һөҙөмтә булараҡ Башҡортостанда реабилитация сараларын етештереүсе предприятиеларға ярҙам төбәк программаһы булдырыласаҡ тип ҡара ителде. Шулай уҡ “Салют” үҙәген асыу анонсланды. Башҡортостанда 5 йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе бар. Татарстан менән бер рәттән беҙ ТОСЭР-ҙар һаны буйынса беренсе урында. Ә уларға йәлеп ителгән резиденттар һаны буйынса беҙ абсолют лидер – 127 ойошма Бәләбәй, Благовещен, Белорет, Күмертау һәм Нефтекамала махсус шарттарҙа эш башлаған. Вице-премьер Рөстәм Моратов билдәләүенсә, киләсәктә Сибай һәм Ағиҙел ҡалаларына ла ошондай статус биреү күҙаллана. Яңы йылға әҙерлек Оператив кәңәшмәнең көн тәртибендәге төп темаларҙың береһе ине. Быйыл республикала 1 мең 300 боҙ майҙансығы булдырыла, 2 меңдән ашыу шыршы урынлаштырыу күҙаллана. Байрамға сығымдарҙы кәметергә тигән фарман бар, әммә балалар хаҡына түгел. Хәйер, тылсымлы байрамды хыялланып көткән бала-саға ҡыш-бабай бүләгенән ҡалмаясаҡ. Мәҫәлән 5 һәм унан күберәк балалы ғаиләләргә генә бүләктәр алыу өсөн 6 миллион һум аҡса бүленгән. Ә мобилизацияланыусыларҙың балалары каникулдар осоронда мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөй аласаҡ. Әйткәндәй. Йылдың тәүге 10 көнөндә дәүләт театр һәм концерт ойошмалары 450 төрлө сара уҙғарасаҡ. Төп шыршы байрамын уҙғарыу көнө лә билдәле булды. Ул “Башҡортостан” дәүләт-концерт залында 22 декабрь көнө үтәсәк. Транпорт министры тармаҡтағы хәлде анализлап халыҡҡа махсус мөрәжәғәт еткерҙе. Тәгәрмәсен ҡышҡыға алмаштырып өлгөрмәгән водителдәргә был эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа, ә руль артында булғанда дистанция һаҡлау, юлдағы тайғаҡ, авария хәүефе артыуы хаҡында иҫтә тоторға кәңәш ителә. Әйткәндәй үткән аҙнала ғына һауа торошо үҙгәреү сәбәпле 73 аварияла 88 кеше йәрәхәт алған, 7 кеше һәләк булған.
“Салауат Юлаев” батальонына нисек эләгергә?
“Салауат Юлаев” батальонына нисек эләгергә?