Ҡапҡалар ябыҡ. Инеү түләүле

Ҡапҡалар ябыҡ. Инеү түләүле

Тап шундай һүҙҙәр менән ҡаршы ала 8-се март Вилладж ҡасабаһында йәшәүсе халыҡты идарасы компания. Әле был хәлде тикшереү менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә. Яҡтар фекерен хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина тыңланы. Өфө районының 8-се Март ҡасабаһында йәшәүселәрҙең көнө ғәҙәттән тыш хәлдән башлана. Идарасы компания ҡапҡаларҙы бикләп йорт хужаларына байтаҡ мәшәҡәттәр тыуҙыра. Үҙ йорттарына машина менән үтә алмаған һәм, киреһенсә, сыға алмаусылар менән идарасы компания вәкилдәре араһында ғауға сыға. Ҡасабала йәшәүселәр аптырашта ҡала. Тимер ҡапҡаларға йоҙаҡтың ни өсөн эленгәнен бер кем дә теүәл генә аңлата алмай. Ҡапҡаның ике яғынан да машиналар йыйылып китә. Автомобиль хужалары ысын мәғәнәһендә ҡамауҙа ҡала.Был хәл ике ай элек үк башлана. Ниндәйҙер сит кешеләр килеп, блоктарҙы ватып ҡапҡаларға үҙҙәренең сим карталарын ҡуя. Ҡасабаға ҡапҡалар ябылыуын идарасы компания вәкилдәре бында йәшәүселәрҙең 350 мең һум бурысы барлығы менән аңлата.Халыҡ идарасы компанияны, ә тегеләре торлаҡ хужаларын ғәйепләй. Нисек кенә булмаһын торлаҡ йорттар биләмәһенә инә торған ҡапҡалар бикләнмәҫкә тейеш ине, ти хужалар.Был тимер ҡапҡа аша алдағы көндә халыҡ сыға ла алмай, инә лә алмай... Пульттар, электрон асҡыстар блокировкалана.... ҡапҡаларҙы тик киске 18.00 асыу мөмкинлеге була.8-се Март Вилладж ҡасабаһында йәшәүселәр прокуратураға ғариза яҙған. Улар был эш буйынса ентекле тикшереү үткәреүҙе һорай.