Был юлы Салауат районында бороңғо ҡәберлек табылған. Белгестәр уны тирә-яҡ биләмәне фотоға төшөрөп махсус программа аша эшкәрткәс, заманса ҡоролмалар ярҙамында асыҡлай алған. Табылған ҡомартҡылар нимә тураһында һөйләй? Был хаҡта хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова белә. 770-се йылғы көмөш тәңкә, ат егеү кәрәк-яраҡтары һәм бороңғо биҙәүестәр. Археологтар табыштарын барлай. Әммә ҡомартҡылар бының менән генә сикләнмәй. Ғалимдар күптән юҡҡа сыҡҡан, тип иҫәпләгән бороңғо ҡәберлеккә юлыҡҡан. Археологтарҙы табылған әйберҙәрҙең яҡшы хәлдә булыуы ғәжәпләндерә. Айырыуса күн ҡайыш хайран ҡалдыра. 60 алтын ялатылған бронза өҫтәмәләр, һөйәктән эшләнгән эләктергес - билбауҙың һәр элементы урынында. Ҡаҙыу эштәре Салауат районының Ишембай ауылы янында башҡарылған. Быға тиклем ике йыллыҡ эҙләнеүҙәр һөҙөмтә бирмәне, ти ғалимдар. Бороңғо ҡурғандар геофизик тикшереүҙәр ярҙамында ғына асыҡланған. Рельефтың моделен эшләргә заманса ҡорамалдар ярҙам итә. Хәҙер был гаджеттарһыҙ галимдар үҙ эшен күҙ алдына ла килтермәй. Бороңғо ҡурған янындағы биләмә әлегә тулыһынса өйрәнелмәгән, Ғалимдар 20 ҡәберлектең 5-һен генә тикшергән. Шуға ла, ҡаҙыныу эштәре киләһе йыл да дауам итәсәк.
Башҡортостан археологтары тарих серҙәрен асырға ярҙам итә
Башҡортостан археологтары тарих серҙәрен асырға ярҙам итә