Гастролдәр тамамлана

Гастролдәр тамамлана

16 ноябргә тиклем Өфөлә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры гастролдәре бара. Коллектив тамашасылар өсөн 8 спектакль әҙерләп алып килгән. Гастроль турының тәүге көнөндә хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова улар менән осрашты.Кәрим Тинчуриндың 1923 йылда яҙған “Һүнгән йондоҙҙар”ы Өфө сәхнәһендә ҡабаттан тоҡанды. Әҫәр донъя күргәндән һуң бер йыл үткәс автор үҙе уны сәхнәгә ҡуя, әммә театр тәнҡитселәре тарафынан ҡабул ителмәй ул. 71-се йылда Марсель Сәлимйәнов уны йәнә сәхнәгә сығара, премьера аншлаг менән үтә. Фәрит Бикчәнтәев ул ваҡытта декорациялар ташыусы булып эшләй. Ә үҙе “Һүнгән йондоҙҙар”ҙы яңыртып ҡуйырға ниәт иткәс, Сәлимйәнов алымдарын ҡабатламаҫ өсөн күңелендә көрәш кисерә.Сәрүәр ролен режиссер үҙенең уҡыусыһы – ул ваҡытта Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институты студенты Ләйсән Ғатауллинаға тәҡдим итә. Ләйсән инде ике йыл был ролде башҡара. Бөгөнгө ваҡиғалар арҡаһында тамашасылар ҙа, актерҙар ҙа “Һүнгән йондоҙҙар” спектаклен бөтөнләй башҡаса ҡабул итә, ти.Коллектив Өфөгә гастролдәр менән өс йыл элек килгәйне. Был юлы улар ошо арауыҡ эсендә ҡуйылған иң сағыу премьераларын һәм тамашасылар яратҡан спектаклдәрен алып килде. Гастроль турына ингән бөтә спектаклдәргә лә билеттар алдан уҡ һатылып бөттө. “Һүнгән йондоҙҙар” спектаклендә лә тамашасылар залы тулы булды. Кемдер Сәрүәр менән Исмәғилдең мөхәббәте өсөн борсолдо, кемдер аңһыҙлыҡ арҡаһында яҙмыштар боҙолоуға әрнене, кемдер зәғиф Мәғдүмде йәлләп ҡараны.Шәмбе камаловсылар Мәжит Ғафури ис.Башҡорт дәләт академия драма театрында Болғансыҡ йылдар. Мөһәжирҙәр, ял көнө – Өйләнәм, дүшәмбе – һағынырһығыҙмы, 15 – 16 ноябрҙә Һанаулы кистәр һәм Зәңгәр шәл спектаклдәрен уйнай.