Ир-егеттәр “Салауат Юлаев” батальонына алыуҙы һорай

Ир-егеттәр “Салауат Юлаев” батальонына алыуҙы һорай

Башҡортостанда ойошторолған “Салауат Юлаев” ирекмәндәр батальонына эләгә алмаусылар республика властарына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Был турала Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Ул бындай һәр осраҡты айырым тикшерергә һәм ирекмәндәр батальондарын кейем, техника, башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүҙе әүҙемләштерергә ҡушты. Быға тиклем Республика башлығы Салауат Юлаев батальоны яугирҙары менән осрашҡайны. Әле Башҡортостандан Шайморатов һәм Доставалов батальондары Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнаша.