Башҡортостанда ҡырағай хайуандарға законһыҙ һунар итеү буйынса асылған енәйәт эштәре артҡан. Һуңғы аҙнала ғына ошондай 4 осраҡ теркәлгән. Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы даими рейдтар уҙғарып тора. Уларҙың береһендә беҙҙең ижади төркөм дә ҡатнашты. Һәүәҫкәр видеояҙмала эттәр аяуһыҙ рәүештә атып алынған айыуҙы йыртҡыслай. Хужаһы уларҙы тағы ла нығыраҡ һөсләтә. Ғафури районында законһыҙ һунар итеүсенең был беренсе генә ҡорбаны түгел. Ай башында Ҡыйғы районында ла билдәһеҙ кешеләр өс балаһы менән бер инә айыуҙы һәм ҡабанды атып үлтергән. Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы даими рейдтар уҙғарып тора. Шылтыратып мышы балаһының кәүҙәһен табыуҙары тураһында хәбәр иттеләр. Әммә был юлы ғәйеп браконьерҙарҙа түгел. Инспекторҙар Ҡырмыҫҡалы, Архангель һәм Ғафури райондарында бер-нисә һунарсылыҡ хужалығын ҡарап сыҡты. Ямғырлы һауа торошонда һәм көндөҙ браконьерҙар һирәк осрай, улар, башлыс,а төндә һунар итә икән. Ә бына Асҡын боҙ мәмерйәһе биләмәһендә браконьерҙар юҡ тиерлек. Урындағы активистар законһыҙ һунар итеүҙе кисектерергә тырыша. Быйыл ике йөҙҙән ашыу браконьер тотолоп, яуаплылыҡҡа тарттырылған. Законһыҙ һунар осраҡтары буйынса енәйәт эштәре лә ҡуҙғатылған. Әйткәндәй, республиканың һыу ятҡылыҡтарында ла браконьерҙар әүҙем эш итә. Бигерәк тә, Ҡандракүлдә күпләп ҡыҫала аулайҙар. Браконьерҙар тотолһа ла, нисек тә булһа, яуаплылыҡтан ҡасыу юлдарын эҙләй, ти балыҡсылыҡ инспекторҙары. Аҡса артынан ҡыуып, тәбиғәткә ни тиклем зыян килтергәнен браконьерҙар бөтөнләй аңламай, күрәһең. Башҡорт мәҡәлендә әйтелеүенсә, аҡса — бер көнлөк. Тик тәбиғәт тә мәңгелек түгел. Ул һаҡлауға мохтаж һәм уның ресурстарын һаҡсыл файҙаланыу мөһим.
Браконьерҙар арта
Браконьерҙар арта