Өфөлә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса III Евразия-Рәсәй һәм Ҡытай конгресы ойошторолдо. Конгресс Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Башҡорт дәүләт медицина университетына нигеҙ һалыныуға 90 һәм Башҡортостан Республикаһында йөрәкте тәүге тапҡыр күсереп ултыртыуға ун йыл тулыуға арналған. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары йылдан-йыл йәшәрә. Рәсәйҙә үлем сәбәбенең күпселеге лә тап ошо сирҙәргә тура килә. Һуңғы йылдарҙа Короновирус та йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ҙур йоғонто яһай. Сирҙе алдан иҫкәртеү өсөн диспансеризация үтеү отошло, ти белгестәр.Ҡан тамырҙары баҫымы, йөрәк сирҙәрен дауалау, кардиореабилитация, йөрәк трансплантологияһында көнүҙәк мәсъәләләр, эндовоскуляр хирургияла заман мөмкинлектәре – ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса “Торатау” конгресс холында фәнни симпозиум үтте. Өфөлә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса Евразия конгресы 3-сө тапҡыр ойошторола. Сарала Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәренән, илебеҙҙең федераль медицина үҙәктәренән, округтарынан мең ярымдан ашыу белгес ҡатнашты. Медицна тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн Рәсәй кардиологтары Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде, Башҡортостан республикаһының почет грамотаһы менән кардиоүҙәк белгестәре тәбрикләнде. Симпозиумда мең ярымдан ашыу белгес ҡатнашты. Башҡортостан медицина ойошмаларын цифрлаштырыу буйынса алдынғылар рәтендә. Яңы заман технологиялары үҙләштерелеп тора. Һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен кәметеү йәһәтенән дә байтаҡ эштәр ашҡарыла.
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалауҙа яңы алымдар
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалауҙа яңы алымдар