20 ноябрҙә Бөтә донъяла балалар көнө билдәләнә

20 ноябрҙә Бөтә донъяла балалар көнө билдәләнә

Тап ошо уңайҙан республиканың һаулыҡ-һаҡлау учреждениеларында балалар аҙналығы башланды. Теләгән һәр атай-әсәй үҙ балаһының сәләмәтлеген табипҡа алдан яҙылмайынса, юлламаһыҙ тикшертә ала. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова сюжетында Ҡан тапшырырға бер бала ла яратмай. Шулай ҙа. 3 айлыҡ Лев үҙен ысынлап та, батырҙарға тота. Бында әсәй ҙә, бала ла ҡәнәғәт ҡалһын өсөн барыһы ла алдан уйланылған. Кескәй пациентҡа батырлығы өсөн бүләк. Әсәй иһә анализ тапшырыуға сиратһыҙ эләккәненә шат. Өфөнөң 6-сы балалар поликлиникаһында балалар аҙналығы сиктәрендә һәр теләгән ата-әсәй үҙ балаһының сәләмәтлеген табипҡа алдан яҙылмайынса, юлламаһыҙ тикшертә ала. Лаборатор һәм инструменталь тикшереүҙән тыш, һәр кем травматолог, ортопед, акушер — гинеколог, күҙ табибына яҙылыуһыҙ күренә ала. Бындай ысул күберәк кешене профилактик тикшереүгә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Балалар аҙналығы программаһын 6-сы балалар поликлиникаһы табиптары үҙҙәре төҙөгән. Профилактик тикшереүҙе ата-әсәләр өсөн мөмкин тиклем ябайлаштырырға тырышҡан улар. Бындай формат ололарға ла хуш килгән. Бындай сара йылына бер ойошторолһа ла, балаларҙы юлламаһыҙ һәм алдан яҙылмайынса ҡабул итеүҙе даими үткәреп торорға ниәтләй 6-сы балалар поликлиникаһы табиптары. Сөнки балаларҙың сәләмәтлеге тураһында һүҙ барғанда, бөтә алымдар ҙа ҡулай.