Берҙәм пособие

Берҙәм пособие

Дәүләт Думаһы бала тыуыуға һәм уны тәрбиәләүгә бәйле берҙәм пособие тураһында закон ҡабул итте. Берҙәм пособие балалы ғаиләләр өсөн пособиеларҙы алмаштыра. 2023 йылдың 1 ғинуарынан балалы ғаиләләр өсөн пособиелар бала тыуыуға һәм уны тәрбиәләүгә бәйле яңы айлыҡ пособие менән алмаштырыла. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ошо туралағы закон проектын ҡабул итте. Пособие төрлө түләүҙәрҙе берләштерә. Улар- йөклөлөктөң беренсе аҙналарында иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға; баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләүгә; беренсе, өсөнсө балаға; 3 йәштән 8 йәшкә тиклемге балаларға; 8 йәштән алып 17 йәшкә хәтлемге балаларға түләүҙәр. 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған бала өсөн пособиены ғаилә элекке йәки яңы ҡағиҙәләр буйынса алырға мөмкин.