БашНИПИнефть компанияһы нефть сығарыу өлкәһендә яңы софттар уйлап таба. Программа тәьминәте сил илдәрҙекенән дә яҡшыраҡ килеп сыҡҡан һәм был башҡаларҙан бойондороҡһоҙ эшләргә мөмкинлек бирә. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов репортажы. 2014 йылдан һуң сил дәүләттәр Рәсәйгә ҡарата төрлө санкциялар индерә башлағас, нефть сығарыу өлкәһендә эшләгән компаниялар ғалимдарға һәм ай-ти белгестәргә төрлө һорауҙар менән күпләп мөрәжәғәт итә башлай. БашНИПИнефть ойошмаһында нефте ер аҫты ҡатламдарынан еңел сығарыу ысулын уйлап тапҡандар. Программа тәьминәте тармаҡ белгестәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендә эшләгән компаниялар Өфө ғалимдарының программа продукттары менән онлайн таныша ала. Быйыл ғына белгестәр ошондай 30 дәрес уҙғарып, 138 тест-лизенция тапшырған.Компания белгестәр әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлә. Юғары уҡыу йорттарында хеҙмәттәшлек нигеҙендә ойошманың кафедралары булдырылған. Унда шөғөлләнеүселәр программа тәьминәте менән бушлай файҙалана.Углеводородты эҙләү һәм табыу өлкәһендәге программа тәьминәте сит илдәрҙекенән дә яҡшыраҡ килеп сыҡҡан. Компанияның ай-ти белгестәре үҙ продукцияһын йыл һайын камиллаштырып бара.БашНИПИнефть ойошмаһы тулы инженер эштәрен, сәнәғәт һәм граждан төҙөлөшөндә проект-смета документтарын, экология өлкәһендә фәнни-ғәмәли эштәрҙе башҡарыу менән булыша. Предприятие хеҙмәттәре менән илдәге иң эре нефть һәм газ сәнәғәте компаниялары файҙалана.