Ул 1942 йылдың 5 декабрендә тимер юл фажиғәһендә һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә арнала. 80 йыл элек, Шиңгәккүл менән Шишмә станциялары араһында ике хәрби санитар поезд бәрелешә. Тарихтағы иң ҡан ҡойғос алыштарҙың береһе – Сталинград өсөн һуғыштан һуң 471 яралы һалдатты тейәгән 80-се һанлы хәрби санитар поезд һәм Ырымбур өлкәһенән шулай уҡ Өфө һәм Силәбе госпиталдәренә яралыларҙы алып китеп барыусы 191-се литер поезд ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бер вағытта, бер юлда тап булыша. Һөҙөмтәлә Шишмә янында 42 яугирҙың ғүмере өҙөлә. Сәлимә Исламова теманы дауам итә. 1942 йыл, декабрь.. ҡаты алыштан һуң тылға, госпиталгә китеп барыусы һалдаттарҙың береһе лә Өфө эргәһендә, тыныс ерҙә ғүмерем өҙөлөр, тип уйламағандыр. Әммә тап Шишмә ҡасабаһы янында 42 яугир ерләнгән ҡәберлек бар. 80-се хәрби поезд светофорҙың йәшел утын көтә. Уның артынан, 34 сәғәт буйы туҡтамай килеүсе 191-се состав машинисы ҡапыл йоҡлап китә. Ә машинистың ярҙамсыһы алда торған составтың уттарын күрмәй һәм поезд тулы тиҙлектә барып бәрелә. Дүрт вагон бөтөнләй таралып төшә. 81 яралы һалдат ут эсендә ҡала. Фажиғәнең шаһиты булған Мария Сәлмәнованың хәтерендә был ваҡиға ныҡ уйылған.Һәләк булғандарҙың исем-шәрифтәрен яҙмайынса 38 яугир, 3 санитарка һәм 1 оҙатыусыны Шишмә менән Уяҙытамаҡта ерләйҙәр. Бер аҙнанан ВКП/б-ның Башҡортостан буйынса комитеты кәңәшмә үткәрә һәм ике поезд бәрелешеү тураһындағы документтар « айырыуса серле » тигән мөһөр менән 75 йылға архивҡа ебәрелә.1968-се йылда Шишмә станцияһы эргәһендә кеше һөйәктәре табылыуын белеп ҡалған 20 йәшлек пионервожатый Неля Смирнова уның сәбәптәрен асыҡларға була. Ныҡышмал һәм ҡыйыу ҡыҙ Неля Смирнова мәктәп балалары менән бер машина металл ҡалдыҡтары һәм макулатура йыя. Шул аҡсаға фажиғә урынында Ҡыҙыл йондоҙло обелиск барлыҡҡа килә. 2008-се йылда отставкалағы подполковник Зиннур Үсәев һәләк булған һалдаттарҙың исемдәрен асыҡлау йәһәтенән үҙенең эҙләнеүҙәрен башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уңышҡа ирешә алмай.Ниһәйәт, 54 йыл үткәс, Шишмә станцияһы янындағы обелиск яңыртылды. Шишмә халҡы йәнә һалдаттарҙы иҫкә алыу өсөн стелла янына йыйылды. Фәжиғәгә ҡағылышлы әллә күпме материалдар табыусы, хәҙер инде мәрхүм, Зиннур Үсәевтың ғына һуңғы теләге һаман тормошҡа ашмай ҡалды.Эҙәрмән Римма Буранбаева ла һалдаттарҙың исемдәре яҙылмайынса күңелемә тыныслыҡ табалмайым,ти.
Шишмә районында яңы һәйкәл асылды
Шишмә районында яңы һәйкәл асылды