БДБ илдәре Өфөлә мәктәп спортында ҡатнаша

БДБ илдәре Өфөлә мәктәп спортында ҡатнаша

Өфө Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең мәктәп спорты халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алды. Фестиваль 9-сы тапҡыр үткәрелә, былтыр ул Ульяновск ҡалаһында барҙы.За кадром. Баш ҡалаға Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Молдавия, Таджиҡстан, Үзбәкстан, Рәсәй йыйылма командалары йыйылды. Башҡортостан һәм Өфө үҫмерҙәре быйыл айырым командаларҙа көс һынаша. Ярыш алты йүнәлеш буйынса үтә: шахмат, мини-футбол, өҫтәл теннисы, бадминтон, баскетбол, волейбол. Фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов, төбәктең спорт министры Руслан Хәбибов һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Фестиваль флагын алып сығыу республиканың Европа чемпиондары, тренерҙар, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙары, паралимпия чемпиондарына бирелде. Һәр команда вәкиле үҙ телендә ярыштарҙа ғәҙел ҡатнашыуын белдереп ант итте. Йәш спортсылар 14 ноябрҙә Өфөгә килгәйне. Ярыштар башланғанға тиклем улар өсөн экскурсиялар, осрашыуҙар ойошторолдо.