Бөгөн барлыҡ территориаль һайлау комиссияларында беркетмә танытмалар бирелә башланы

Тулыраҡ: Бөгөн барлыҡ территориаль һайлау комиссияларында беркетмә танытмалар бирелә башланы

Был документты 18 сентябрҙә үҙ һайлау участкаһына килә алмаусылар ала. Тантытма менән гражданин башҡа ҡала йә ауылда тауыш бирә ала. Уны террриториаль һайлау комиссиялары 6 сентябргә тиклем алырға хоҡуҡлы, 7-һенән рөхсәт ҡағыҙы участка һайлау комиссияларында биреләсәк. 18 сентябрҙә берҙәм һайлау көнөндә Дәүләт Думаһына депутаттар һайлана, ике округта Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға парламентарийҙар өсөн тауыш биреү ҡаралған, Өфөлә һәм тағы ла һигеҙ ҡалала урындағы советка, шулай уҡ барлыҡ райондарҙа һәм 41 ауыл советына депутаттар һайлана. Бөгөн сәйәси партияларҙан бер мандатлы һайлау округынан һәм үҙен-үҙен күрһәтеүсе кандидаттарҙан документтар ҡабул итеү тамамлана. Һайлау комиссиялары документтарҙы 10 көн эсендә тикшереп бөтөргә тейеш.