Страховкалау ниңә кәрәк?

Тулыраҡ: Страховкалау ниңә кәрәк?

Башҡортостанда әле һаман кешеләр автомобилдәрен ауырлыҡ менән страховкалай. Компаниялар страховка баҙарында хәлде көйләү урынына, киреһенсә, төрлө ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Мәҫәлән, машинаң ниндәйҙер талаптарға яуап бирергә тейеш. Бынан тыш, ауылда теркәлгән автомобильдәрҙе күпселек компаниялар страховкаларға теләмәй. Илшат Зарипов алты йыл руль артында йөрөй. Быға тиклем уға автомобиль страховкалау ҡатмарлыҡтар тыуҙырмаған. Әммә, быйыл автоһәүәҫкәр бер нисә көн йөрөгәндән һуң ғына, өҫтәмә түләүҙәр менән саҡ Осаго алған.Был һәүәҫкәр видеояҙма хоҡуҡ һаҡлау органдарында ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип уйлайбыҙ.Автомобилдәрен страховкаларға килгән кешеләр түҙемлектәре бөтөп Росгострах компанияһы хеҙмәткәренә бәйләнә башлай.Офис хеҙмәткәрен дә яҡлаусылар табылғас, кешеләр бер-береһе менән низағҡа инә. Сөнки, Осаго эшләтеүе Өфөлә еңелдән түгел. Халыҡ машиналарын страховкалайым тип тәүлек әйләнәһенә компаниялар офистарын һаҡларға мәжбүр. Бынан тыш, автоһәүәҫкәрҙәр сират төҙөгән. Ләкин, ҡайһы бер осраҡта ул да ярҙам итмәй. Әлбиттә, кемдәр сиратҡа яҙылған булған, ундайҙарға был күренеш оҡшамай һәм автомобиль хужалары араһында һуғыш башлана. Сыуалышҡандарҙы тик шәхси һаҡ хеҙмәте вәкилдәре генә тынысландыра ала. Башҡа страховка компанияларында ла хәл яҡшыларҙан түгел. Мәҫәлән, ойошмалар бер айҙан килергә кәңәш итә. Бәғзеләре тик үҙҙәрендә генә страховкаланған клиенттарҙы хеҙмәтләндерә. Ә бындай офистарҙа тиҙ арала Осаго биреп сығарырға вәғәҙәләйҙәр. Әммә, айырым талаптары бар. Белгестәр билдәләүенсә, страховка компаниялары аралашсылар аша эшләргә тырыша. Бындай осраҡта Осагоны ҡиммәткә һатырға була. Шулай уҡ, яуаплылыҡтан да ҡасырға мөмкин. Сөнки, компания клиенттарға полис биреүҙән баш тартмаған кеүек килеп сыға. Страховка компанияларының Осаго полистарын бирмәүенә ялыу менән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бының өсөн Рәсәй үҙәк банкына ғариза яҙырға кәрәк. Ә офисҡа барғанда телефонға булһа ла видеоға төшөрөргә кәңәш ителә.