Операция барышында ҡала һәм райондар буйлап рейдтар ойошторола. Башҡортостандың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы “Трактор” операцияһын Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә үткәрә. Рейд ваҡытында техник яҡтан төҙөк булмаған, кеше ғүмеренә, һаулығына һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф тыуҙырыусы үҙйөрөшлө машиналарҙы асыҡлау – төп маҡсаттарҙың береһе. «Ҡорос аттарының» һәр ваҡыт төҙөк булыуын күҙәтеп барыусылар менән бер рәттән техникаларын йүнләп ҡарамаған, оҙаҡ йылдар тикшереү үтмәгән битараф хужалар ҙа байтаҡ.
Республикала «Трактор-2016» операцияһы үтә
Тулыраҡ: Республикала «Трактор-2016» операцияһы үтә