Әминә Шафиҡова Республикала тәүге булып “Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Рәсәй Президенты Указы менән имзаланған награданы Оператив кәңәшмә башында тапшырҙылар. Унда ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов. Республиканың Мәҙәниәт министры был награда – Башҡортостандағы 15 мең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙеренең ҡаҙанышы тине. Йола буйынса, хөкүмәт ултырышы ҡотлау, наградаларҙан башланып китте. Радий Хәбиров үткән аҙналағы сара-ваҡиғаларҙы барлып тағы ла бер нисә ҡыуаныслы яңылыҡҡа туҡталып китте. 9 ай һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостандың тышҡы тауар әйләнеше 13,5 процентҡа артҡан. Быяла етештереүселәр көнөндә “Салауатстекло” предприятиеһында илдәге тәүге оверсайз быяла етештереү мейесе сафҡа индерелгән. Бында 9 метр оҙонлоғондағы әҙер продукця сығара башлаясаҡтар. Ҡыуаныр сәбәп биргән яңылыҡтарҙан тағы ла шуныһы-Түбәнге Новгородта үткән ваҡиғалы туризм өлкәһендәге премия финалында Башҡортостан иң күп еңеү менән ҡайтты. Республика Туризм үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды, тағы ла бер нисә проект еңеү яуланы. Позитив хәбәрҙәрҙе дауам итеп... 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй төбәктәренең фәнни-технологик үҫеш милли рейтингы иғлан ителде. Башҡортостан унда 4-се урында нығынған. Был яңылыҡты бик ҡыуанып ҡабул итәм тине Радий Хәбиров. 18 ноябрь көнө Стәрлетамаҡ районы Матвеевка ауылында булған фажиғә лә Оператив кәңәшмәлә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Шәхси йортта ут сығып ирле-ҡатынлы 5 бала утта һәләк булды. Атай кеше ике улын ҡотҡарып өлгөрә, ҡалғандарын ҡотҡарам тип үҙе ҡорбан була. Радий Хәбиров уны үлгәндән һуң наградаға тәҡдим итергә ҡушты. Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары хаҡындағы доклад менән вице-премьер Лира Иғтисамова сығыш яһаны. Республика федераль льготаларға өҫтәмә итеп 1 ноябрҙән үҙ ярҙам сараларын булдырҙы. Уларҙың күп өлөшө балаларға ҡағыла. Бөгөн 2 мең ярым сабый балалар баҡсаларына бушлай йөрөй, 3 мең тирәһе уҡыусы һәм студент өсөн бушлай ашатыу ойошторолған. Хәрбиҙәрҙең балалары шулай уҡ йәш ярымдан сиратһыҙ балалар баҡсаһына бара, йә йәшәгән урынына яҡыныраҡ белем усағына күсереүҙә ярҙамға өмөт итә ала. Дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙан өҫтәмә белем программалары һәм түңәрәктәр ҙә бушлай. Льготалар исемлегендә финанс, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм башҡа саралар ҙа бар. Ярҙам йөрәктән сығырға тейеш тип мөрәжәғәт итте Республика Башлығы яуаплы етәкселәргә һәм муниципалитет башлыҡтарына. Оператив кәңәшмәлә республикала малсылыҡ тармағындағы хәлдәргә бәйле доклад булды. Малсылыҡ продукцияларын етештереү буйынса илдә беҙ 5-се урында тиелде унда. Радий Хәбиров Ауыл хужалығы министрына тағы бер тапҡыр эшкәртеүҙе яйға һалыу кәрәклеген иҫкәртте. Алдағы йылға бюджеттың бик ҡатмарлы шарттарҙа формалашыуын танып Радий Хәбиров декабрҙә бөтә тармаҡтар буйынса йыл йомғаҡтарын барларға һәм киләһе йылға аныҡ пландар тәҡдим итергә ҡушты.
Башҡортостандың тышҡы тауар әйләнеше 13,5 процентҡа артҡан
Башҡортостандың тышҡы тауар әйләнеше 13,5 процентҡа артҡан