Кеше ғүмеренә торошло иғтибарһыҙлыҡ

Кеше ғүмеренә торошло иғтибарһыҙлыҡ

Өфөнөң Шакша биҫтәһендә 74 йәшлек ҡатындың такси машинаһынан тапалып үлеүе йәмәғәтселекте шаҡ ҡатырғайны. Водителгә ҡарата енәйәт эше асылмағас, туғандары ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Әле кәрәкле материалдар өҫтәмә тикшереүгә йүнәлтелгән. Яҡтар фекерен Рәлиә Сәхибгәрәева тыңланы. Яҡын кешеһен юғалтыуына Розалия Саҙрыева һаман да ышана алмай. Ҡәҙерләп кенә әсәһенең фоторәсемен күкрәгенә ҡыҫып, ике ай элек булған ҡот осҡос ваҡиғаны иҫенә төшөрә.6 сентярбрь Нәилә Нәсретдинова юлды сығып барғанда, светофорҙа туҡтап торған машина алдында абынып йығыла. Әммә ул тороп өлгөрмәй, автомобиль ҡуҙғалып китә һәм ҡатын тәгәрмәс аҫтында ҡала. Шул ваҡытта ғына водитель, кешене тапағанын аңлап ҡала. Таксист шаһиттар ярҙамында тиҙ генә машинаны күтәреп күсерә, зыян күреүсене шунда уҡ дауаханаға оҙаталар. Ауыр йәрәхәттәрҙән оҙаҡ йылдар буйы шәфҡәт туташы булып эшләгән Нәилә Насретдинованың ғүмере дауаханала өҙөлә.Өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән ейәне Эдуард Насретдинов ғәҙеллек өсөн көрәшергә теләй. Сөнки Наилә Насретдинованың яҡындары был фажиғәлә такси водителен ғәйепле тип һанай.Осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереү һөҙөмтәһендә енәйәт составы булмау арҡылы, енәйәт эше ҡуҙғатылмаған. Был ҡарар менән Насретдиновтар ғаиләһе риза түгел.Водителдең үҙе менән осрашып булманы. Адвокаты менән телефон аша ғына бәйләнешкә индек. Уның һүҙҙәренсә, таксист ҡатынды күрмәгән, сөнки ул светофорҙың йәшел утына булһа ла, юлды йәйәүлеләргә тәғәйенләнмәгән урында сығып барған. Ғәйеп кемдә һуң? Һорау асыҡ ҡала. Таксистты яуаплылыҡҡа тарттырған осраҡта, һәләк булыусының туғандары унан әхлаҡи зыян өсөн компенсация ла түләтергә теләй.