Дүртөйлөлә креатив биләмә ҡороу проекты планы танытылды. Турист һуҡмаҡтарын үҙенә борор өсөн Дүртөйлөгә юҡтан барҙы эҙләргә тура килмәй. Боронғо ҡаланың тарихи ҡомартҡылары иҫән. Сауҙәгәр Зубилов йорто – мәҙәниәт мираҫы дәрәжәһенә эйә. “Рәсәйҙә улап табылған” федераль проект буйынса мәҙәниәт министрлығы Өфөлә Дүртөйлө креатив биләмәһе мастер-планын танытты. Уны Рәсәйҙең иң ҙур университеттарының береһе – Мәскәүҙәге Юғары иҡтисад мәктәбе белгестәре төҙөгән. Мастер-план Рәсәй креатив индустрияһы өҫтөнлөктәрен дә, “Дүртөйлө – Башҡортостандың йылға ҡапҡаһы” проектын да иҫәпкә алып башҡарылған. Арт-резиденцияны сауҙагәр Зубилов йортонда асырға тәҡдим ителә. Боронғо бина яңыртып ҡоролғас яңы йөҙ ала, ә Дүртөйлө ҡалаһы — эшҡыуарлыҡ һәм туризмды үҫтереү сығанағына әйләнәсәк.
Башҡортостандың йәнә бер гүзәл ҡалаһы сәйәхәтсе иғтибарына дәғүә итә
Башҡортостандың йәнә бер гүзәл ҡалаһы сәйәхәтсе иғтибарына дәғүә итә