Өфөлә “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” бәйгеһенең федераль турына йомғаҡ яһалды

Өфөлә “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” бәйгеһенең федераль турына йомғаҡ яһалды

Бөтә Рәсәй конкурсының ярым финал һәм финал ярыштарында илдең 75 төбәгенән 400 ашхана һәм ашнаҡсы ҡатнашты. 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһына еңеүсе бүләген Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Мәктәп ашнаҡсыһын иң яҡшы тип танытҡаны, әлбиттә, бешергән ризыҡтың еҫе, төҫө, тәме, хатта биҙәлеше. Иң талапсан баланың аппетитын уятыу ғына аҙ, уны туйҙырырға ла кәрәк. Башҡортостанда был мәсьәлә үҙәктән хәл ителә. “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” бәйгеһен Рәсәй мәғариф министрлығы икенсе йыл рәттән ойошторҙо. Мәктәп ашханаһы белгестәре шәхси ярышта ла, тотош ойошмалар менән дә һынау тота. Өфөнән Татьяна Якимова ярыштарҙың был кимәлендә еңеүсе дәрәжәһенә өлгәште. Йәмәғәт туҡланыуында 20 йыл, мәктәптә ашнаҡсы булып ул 5 йыл эшләй. Бүләкләнеүселәр араһында ауыл мәктәбе ашханаһында эшләгән Тамара Уматгириева ла бар. Чечен республикаһы мәктәптәрендә балалар туҡланыуын юғары кимәлдә тип баһалай ул. Мәктәп ашнаҡсыһы ярышта икенсе урынды яуланы. Ҡала, ауыл, миллионлы ҡала мәктәптәре араһында еңеүгә дәғүәселәр ҙә билдәләнде. Республиканың ике – Бүздәк һәм Иглин ауыл мәктәп ашханалары федераль турҙың суперфиналына юллама алды. Ашхана йә ашнаҡсыларҙың иң яҡшыһын билдәләү – бәйгенең төп маҡсаты түгел. Бөтә Рәсәй конкурсы тәү сиратта төбәктәрҙә уҡыусылар туҡланыуын ойоштороуҙың алдынғы тәжрибәләрен асыҡлап уны ил кимәлендә ҡулланышҡа индереүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостандың был йәһәттән күрһәтер өлгөләре етерлек.Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция ла ойошторолдо. Белгестәр мәктәп ашханаһын белем алыусыларҙы сәләмәт туҡландырыуҙың экосистемаһына әйләндереү бурысын ҡуя. Ризыҡ төрҙәрен камиллаштырыу, туҡланыуҙы күҙәтеү системаһын цифралаштырыу, балаларҙа дөрөҫ ашамлыҡ һайлау тәртибен тәрбиәләү, аҙыҡ сикләүҙәренә дусар балаларҙың көндәлек туҡланыуын тәьмин итеү – бөгөн көнүҙәк мәьәләләр байтаҡ. Ашнаҡсылар уҡыусылар туҡланыуын ата-әсә менән кәңәшләшеп ойоштора. Башҡортостандың тап ошо тәжрибәһе башҡа төбәктәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. «Кулинар батл» ярышы, “Хәүефһеҙ ризыҡ блогы” квест-ғәмәле, “Мәктәп туҡланыуы 3.0” күргәҙмәһе, “Ата-әсәнән өс һорау” блиц турниры һөҙөмтәләренә мәртәбәле жюри баһа бирҙе. Комиссияла белгестәр менән бер рәттән мәктәп ашханаһы ризығын көн дә тәмләгән балалар ҙа эшләне. Улар “Үҙебеҙ ҡарар итәбеҙ” тигән Бөтә Рәсәй проекты ағзалары. Конкурстың киләһе баҫҡысына тик лайыҡлылар һайлап алынды.Федераль турҙа еңеүселәр суперфиналға сыҡты. “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы — 2022” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ 24 ноябрҙә Мәскәүҙә яһала.