Башҡорт дәүләт медицина университетына 90 йыл

Башҡорт дәүләт медицина университетына 90 йыл

Ошо датаға арнап уҡыу йортоноң Черниковка биҫтәһендә яңы ятағы асылды. Ул төнъяҡ кампусының беренсе сираты. Шулай уҡ БДМУ ҡарамағында Урология һәм клиник онкология институты барлыҡҡа килде. Бында яман шеш ауырыуҙарын өйрәнеп, дауалау өсөн шарттар булдырылған. Ошо хаҡта сираттағы репортаж. Төнъяҡ кампус элекке 5-се һөнәрселек училищеһы базаһында ойошторола. Бина 1953 йылғы үҙәк корпусты һәм 1976 йылғы өҫтәмә корпусты ала. Ремонт эштәре уҙған йылда башланған. Бер йыл эсендә 4 ҡатлы объекты ятаҡҡа ҡулайлаштырғандар. Ятаҡ төнъяҡ кампусының беренсе сираты. Киләһе йылда бында БДМУ-ның медицина колледжы филиалы асылып, уҡытыу ойоштороласаҡ. Уҡыу йортонда шәфҡәт туташтарын әҙерләү планлаштырыла. Йылына 150 белгес диплом алыр тип көтөлә. Башҡорт дәүләт медицина университеты Рәсәйҙең иң алдынғы уҡыу йорттарының береһе. Бында 13 меңгә яҡын студент белем ала, шул иҫәптән сит илдәрҙән. Әле ятаҡта 100-ҙән ашыу студент йәшәй. Ике һәм өс урынлыҡ бүлмәләр тулыһынса кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған. Бында уҡыу залы, аш-һыу бүлмәһе, кер йыуыу машиналары бар, тиҙҙән фитнес-зал эшләй башлар тип көтөлә. Ятаҡ 600-ҙән ашыу урынға иҫәпләнгән, тимәк киләсәктә тағы ла күберәк студенттарҙы ҡабул итеү мөмкинлеге асыла. БДМУ ҡарамағында Урология һәм клиник онкология институты асылды. Ул элекке педиатрия корпусында урынлашҡан. Өс ҡатта дауаланыу палаталары, лекция залы, фәнни лабораториялар бар. Бында урология һәм яман шеш ауырыуҙарын дауалау ғына түгел, өйрәнеп, фәнни эшмәкәрлек тә алып барыласаҡ.Уҡыу йортонда биобанк булдырылған. Фәнни тикшеренеүҙәрҙе һәм биоматериалдарҙы һаҡлау системаһы коронавирус таралыу осоронда ҙур ярҙам күрһәткән. Урология һәм клиник онкология институтында бер юлы 100 студент белем ала, 50 фәнни хеҙмәткәр эшләй һәм йөҙ пациент дауалана ала. Быға тиклем Федераль кимәлдәге Башҡорт дәүләт медицина университетына Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге ҡушылды. Ошо арала Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми тикшеренеүҙәр институты БДМУ ҡарамағына инә. Уҡыу йортоноң хәҙер тағы бер институты барлыҡҡа килде.