Был юлы республика клиник онкология диспансеры табибтары Мәскәү Колопроктология дәүләт ғилми үҙәге хирургы менән берлектә пациенттың эсәгендәге яман шеште һәм бауырға киткән метастазаларҙы бер юлы алып ташланы. Был операция яңы технология буйынса беренсегә эшләнә. Ағзаға ебәрелгән махсус шыйыҡса ярҙамында бауырҙағы бөтә метастазаларҙы күрергә мөмкин. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова сюжетында. Мәскәү Колопроктология ғилми үҙәге хирургы пациенттың бауырындағы метастазаларҙы мониторҙа күренгән йәшел төҫ буйынса билдәләй. Организмға ебәрелгән махсус шыйыҡса ағзаның зарарланған өлөшөн йәшел төҫкә буяй. Шулай итеп, организмдың зарарланған өлөштәрен табип аныҡ билдәләй ала. Операция өҫтәлендә 74 йәшлек ҡатын. Йыуан эсәгендә яман шеш, бауырында метастаза башланған. Ҡатмарлы клиник осраҡ, шөкөр, табиптарҙың ҡулынан килерҙәй. Операция дауамында яман шеш тә, метастазалар ҙа алына. Уникаль алым республикала беренсегә ҡулланыла. Тәжрибә күрһәтеүенсә, аныҡ һәм ентекле диагностика радикаль дауалау мөмкинлеген бирә, ти табиптар. Шуға ла Айсиджи технологияһы ҡулланылған алымды юғары баһалай хирургтар һәм киләсәктә үҙ тәжрибәһендә лә киң ҡулланырға ниәтләй.
Өфө хирургтары йәнә уникаль операция яһаны
Өфө хирургтары йәнә уникаль операция яһаны.