Быйыл яңы йыл байрамына сығымдарҙы кәметергә тигән фарман бар, әммә балалар хаҡына түгел. Хәйер, тылсымлы байрамды хыялланып көткән бала-саға ҡыш-бабай бүләгенән ҡалмаясаҡ. Мәҫәлән 5 һәм унан күберәк балалы ғаиләләргә генә бүләктәр алыу өсөн 6 миллион һум аҡса бүленгән. Ә мобилизацияланыусыларҙың балалары каникулдар осоронда мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөй аласаҡ. Әйткәндәй. Йылдың тәүге 10 көнөндә дәүләт театр һәм концерт ойошмалары 450 төрлө сара уҙғарасаҡ. Төп шыршы байрамын уҙғарыу көнө лә билдәле булды. Ул “Башҡортостан” дәүләт-концерт залында 22 декабрь көнө үтәсәк.
Тылсымлы байрам
Тылсымлы байрам