Айға ла осорҙар

Айға ла осорҙар

Өфө мәктәбе уҡыусылары айға осоу өсөн скафандр уйлап тапҡан. Махсус кейемдең прототибы космонавты тышҡы йоғонтонан тулыһынса һаҡлай ала. Мәғлүмәт, вентиляция системаһы, медицина күрһәткестәрен тапшырыу, термокөйләү, энергия менән тәьмин итеү, барыһы ла эшләнгән. Йәш техниктарҙың был эше ошо көндәрҙә «TechnoCom» халыҡ –ара конкурсында еңеү яуланы. Айға осоу өсөн скафандрҙы Сәлимә Исламова ла барып күрҙе. Космонавт айға осорға әҙер. Шартлы рәүештә, әлбиттә. 5 кешенән торған йәш инженерҙар командаһы был проект өҫтөндә ярты йыл тирәһе эшләгән. Егеттәрҙең һәр береһе үҙ йүнәлешендә эш итә.Командирҙары Дамир Сәфәровтың йыһан технологиялары менән ҡыҙыҡһыныуы 10 йыл элек, 6 йәшендә радионы һүтеп кире йыйғас башланған. Хәҙер йәш ғалим йыһан киңлеген үҙләштерергә әҙер. Федераль белем биреү үҙәге халыҡ-ара кимәлдә «TechnoCom» балалар командалары конкурсын даими үткәрә. Уҡыусылар 6 номинацияла ярыша. Республика балалар технопаркы тәрбиәләнеүселәре конкурста 5-се йыл рәттән белемдәрен һынай. Уларҙың йүнәлеше «Айға осоу өсөн скафандр» тип атала. Конкурстың талабы буйынса йәш инженерҙар телеметрияны өйрәнеп, бөтә параметрҙарҙы ергә еткерергә тейеш. Скафандрҙың борт системаһы эшен төҙөп: мәғлүмәт, вентиляция системаһы, термокөйләү, энергия менән тәьмин итеү, ғөмүмән космонавтың бөтә мөһим физиологик курһәткестәрен , барыһын да датчик ергә ебәрә. Термокомбинезон һәр ваҡыт скафандр эсендә кәрәкле температураны һаҡларға ярҙам итә, ти Азамат. Өфө ҡалаһы технопаркы тәрбиәләнеүселәре командаһы ҡуйылған маҡсатҡа ирешеп 76 команда араһынан 1-се урынға лайыҡ булған. Был егеттәрҙең тәүге еңеүе түгел. Йәш техниктар әйтеүенсә, айға осоу өсөн махсус кейемдең прототибы менән ҡыҙыҡһыныусы һәм уны тормошҡа ашырырға теләүсе булһа, егеттәр скафандрҙы камиллаштырыу буйынса хеҙмәттәшлеккә риза.