Әлшәй районында Шишмә-Ҡырғыҙ Миәкә юлында ҡот осҡос аварияла 20 йәшлек егет һәләк булды.
Туғыҙынсы модель ВАЗ машинаһында ул ҡаршы яҡ юлға килеп сыға һәм ауыр йөк машинаһының аҫтына инеп китә. Республиканың юл хәрәкәте инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ВАЗ пассажиры дауаханаға һалынған.