Өфөлә тағы ла бер сабый юғары ҡаттан йығылып төшөп һәләк булды

Тулыраҡ: Өфөлә тағы ла бер сабый юғары ҡаттан йығылып төшөп һәләк булды

Республиканың тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 йәшлек ҡыҙ ултырғыс ҡуйып тәҙрәгә менгән һәм серәкәйҙәрҙән һаҡлаусы селтәргә таянған. Бала туғыҙынсы ҡаттан төшөп һәләк булған. Ҡотҡарыусылар ата-әсәләрҙе уяу булырға саҡыра. Сөнки һуңғы арала ғына ошондай бер-нисә фажиғәле осраҡ теркәлде.