Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Лондонда террорға ҡаршы көсәйтелгән режим индерелде. Европала теракттар хәүефе арта, шуға ла беҙ ҡораллы полиция хеҙмәткәрҙәрен арттырырға ҡарар иттек тигән ҡала мэры. Бөйөк Британияның махсус хеҙмәттәре әле шартлау әҙерләү тураһында дүрт осраҡты тикшерә.

Викиликс сайты Америка президенты вазифаһына дәғүә иткән Хиллари Клинтондың Ливияға һуғыш башлауҙа хәл иткес роле, уның шулай уҡ Дәүләт секретары булып эшләгәндә террорҙы финанслауы тураһында мәғлүмәттәр баҫтырҙы.

Спорт арбитраж суды Рио-де-Жанейрола Олимпия уйындарында Рәсәй спортсылары ҡатнашыуға ризалыҡ бирҙе. Хәҙер Халыҡ-ара олимпия комитеты комиссияһы уйындар асылыу тантанаһына тиклем үҙ ҡарарын иғлан итергә тейеш. Рәсәй спортсылары һәм көйәмәндәре араһында көсөргәнешлек арта, тип хәбәр итә мәғлүмәт агентлыҡтары.

Һиндостандың Тамил Наду штатындағы ҡорамда кокосты башҡа бәреп ватыу йолаһында быйыл меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был йола бәхет һәм шатлыҡ килтерә. Баштары тишелеүселәргә табиптар шунда уҡ тиҙ ярҙам күрһәткән.