Беҙҙең хәбәрселәр республикабыҙҙағы иң күркәм, үҙенсәлекле ауылдарҙы асыҡлай. Бөгөн һеҙҙе Мәләүез районы Йомаҡ ауылы менән таныштырабыҙ. Алтын бишек бәйгеһе беҙҙе Башҡортостандың тағы бер гүзәл урындарының береһенә алып килде. Ағиҙел, Нөгөш йылғалары аша, Бәүер күле буйлап Мәләүез районының Йомаҡ ауылына килеп индек. Ағинәйҙәр һәр башланғысты изге теләктәр әйтеп ҡаршылай.Был ауыл ысынлап та бер йомаҡ һымаҡ.Тарих биттәрен кемдер 1400-се, кемдер 1700-се йылдан һанай. Ауылдың үткәнен уйлап, киләсәген ҡайғыртып йәшәүсе ир-уҙамандар ошо урындарҙың ер-һыу атамаларына етди иғтибар бирә. Ауыл изге урында ултыра, тип һанай улар. Элек был ерҙәрҙә ике ауыл- Йомаҡ һәм Йомаҡай булған. Хәҙер ауыл бер исем генә йөрөтә. Оло никахлы, башҡаларға өлгө булырҙай парҙар ауылға тағы ла олпатлыҡ өҫтәй.Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре үҙәге – беҙҙең программаның партнеры алтын бишек бәйгеһендә һәр ҡатнашыусыға үҙенең бүләген әҙерләне. Бөгөн уны 50 йыл бергә татыу ғүмер кисереүсе Ильясовтар ғаиләһенә тапшырабыҙ. Нәҙиә апай менән Линир ағай бөтә ғүмерҙәрен тыуған ауылдарына бағышлаған. Береһе оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы, икенсеһе механизатор булып хеҙмәт юлы үткән. Ауыл ҙур түгел. 80-ләгән йорт, 130 кеше генә иҫәпләнә. Егәрлелек ауыл халҡы өсөн төп шарт. Донъялар бер аҙ болғанып, ауыл биләмәләре араһында аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыуы арҡаһында 2014 йылда Йомаҡтар территориаль йәмәғәт үҙидаралығы ойоштора. Ауылды йәнләндереү, уның матур йолаларын тергеҙеү йәһәтенән барыһын да эшләргә тырыша улар. Ауыл уңған ҡыҙҙары, теремек килендәре менән дә хаҡлы рәүештә маҡтана ала. Балаҫ һуғыусыларҙы өйҙә осрата алманыҡ. Бесән өҫтө, еләк-емеш мәлен дә ысҡындырмай уңғандар.Күптәр ауылға йәйге осорҙа ғына ҡайта. Ә даими йәшәүселәрҙең шәхси хужалыҡтары ишле. Балалар тәрбиәләп, ололарҙы ололап йәшәй ғаиләләр. Мырҙаҡаевтарҙың да баҡсаһында эш ҡайнай. Эше барҙың,аша бар тип юҡҡа әйтмәй халыҡ. Бала бер саҡ имсәктән айырыла, ә кеше бер ҡасан да ер-әсәнән айырыла алмай, тигән бер аҡыл эйәһе. Хеҙмәт юлын халыҡтың һаулығын һаҡлауға бағышлаған хирург, Ришат Сәғитов та ауылһыҙ үҙен күҙ алдына килтерә алмай. Роза ханым менән 5 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Шуларҙың 3-һе фән кандидаты. Әле бал ҡортолай баҡсала тир түгә улар. Мин кешеләрҙе дауалайым, ә ҡорттар минең күңелде дауалай, ти табип. Егәрлелеккә лә ҡорттарҙан өйрәнергә кәрәк, тигән фекерҙә Ришат Рәфҡәтович.Йәйге ҡояштың ҡайнар нурҙарына ҡойона-ҡойона берәүҙәр һыу инә. Ә Зиннәт ағай тыуған ауылының матурлығына һоҡланып йырҙар һуҙа. 40 йыл механизатор булып эшләһә лә сәхнәнән ауылдаштарын йыр-моңдары менән ҡыуандырырға онотмай ул. Ғөмүмән, йыр-моңға маһир йомаҡтар. Тыуған ерҙә ер ҙә йомшағыраҡ, ҡояшы ла байый яҡтыраҡ, тигәндәй, изге күңелле, ихлас, эшсән Йомаҡ ауылы халҡы үҙ төйәген Алтын бишеккә юҡҡа ғына тиңләмәй. Йомаҡ ауылының тәү ҡарашҡа күҙгә салынмаған йомағын сисә алдыҡмы – юҡмы, уныһын хөрмәтле тамашасылар, һеҙ әйтерһегеҙ. Ә беҙ төшөргән ауылдар миҫалында үҙегеҙҙең тыуған төйәгегеҙ хаҡында бәтә республикаға һөйләгегеҙ килһә Алтын бишек акцияһында ҡатнашығыҙ. Еңеүсе ауылды ҡиммәтле бүләк көтә.
Рәсәй – Башҡортостан каналы иғлан иткән Алтын бишек конкурсы дауам итә
Тулыраҡ: Рәсәй – Башҡортостан каналы иғлан иткән Алтын бишек конкурсы дауам итә