Башҡортостанға сатлама һыуыҡтар килә

Башҡортостанға сатлама һыуыҡтар килә

Башҡортостанда был аҙнала 26 градусҡаса һыуытыуы, бер аҙ ҡар яуыуы һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Был хаҡта республиканың Гидрометүҙәге хәбәр итә. Бөгөн һәм иртәгә яуым-төшөм көтөлмәй. Урыны менән ҡар яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан, талғын иҫәсәк. Көндәр аяҙытыу менән республикала 25, 26 градус һыуыҡ булыр, тип фаразлана.