Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу осоро пенсия тәғәйенләгәндә икеләтә стажға иҫәпләнә

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу осоро пенсия тәғәйенләгәндә икеләтә стажға иҫәпләнә

Был хаҡта Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин белдерҙе.Яңылыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан граждандар өсөн страховка пенсияларына һәм мобилизацияға тиклем Алыҫ Төньяҡта йәки зыянлы производстволарҙа эшләгәндәр өсөн ваҡытынан алда пенсияларға ҡағыла. Бынан тыш, хөкүмәт Дәүләт Думаһының башланғысын хупланы. Уға ярашлы, ҡораллы көстәргә ҡайтырға теләгән хәрби пенсионерҙарға, әгәр улар махсус хәрби операция барышында эш хаҡы аҙыраҡ булған вазифа биләһә, алған пенсия күләме һаҡлана. Беҙҙе яҡлаусылар эшһеҙ, килемһеҙ ҡалмаясаҡ. Уларға быны гарантиялау өсөн дәүләт барыһын да эшләйәсәк, тине Михаил Мишустин.