“Садко” операһы сәхнәгә сыҡты

“Садко” операһы сәхнәгә сыҡты

Республиканың мәҙәни тормошонда йәнә иҫтәлекле ваҡиға — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Николай Римский-Корсаковтың “Садко” операһы сәхнәгә сыҡты. Премьеранан һуң Радий Хәбиров артистар менән осрашты.Көслө алҡыштарҙан һуң шаршау ябып еңел һулыш алған һәм үҙ-ара тәьҫорат уртаҡлаша башлаған труппа өсөн Республика башлығының килеп инеүе көтөлмәгән хәл булды. Радий Хәбиров артистарҙың ижадын юғары баһалап, республикала артабан да яңы сәхнә әҫәрҙәренә булышлыҡ ителәсәк, тип белдерә. “Садко” – Башҡорт операһы тарихында яңы опера. Ҡуйыусы режиссер, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов рус музыкаһы нигеҙендәге спектакль менән илһөйәрлек тойғоларын өҫтөн ҡуя. Постановкала опера һәм балет театрының тотош коллективы бер юлы ҡатнаша – операның “Һыу аҫты батшалығы” актында балет труппаһы сығыш яһай. Режиссер Мәскәүҙән хореограф СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Маргарита Дроздованы, дирижер, Рәсәйҙең халыҡ артисы Феликс Коробовты, «Геликон-опера» музыкаль театры солисы Игорь Морозовты саҡырған. Һоҡланғыс музыка, классик сәхнәләштереү, зиннәтле костюмдар, зауыҡлы декорациялар һәм ижади эштә ҡатнашҡан берҙәм коллективтың хеҙмәте Яңы спектаклдең уңышын тәьмин итә. “Садко”ның Башҡортостан опера һәм балет театры репертуарында ныҡлы урынын алырында шик юҡ.