Өфөлә “Шоңҡар” дуҫтарын йыйҙы

Өфөлә “Шоңҡар” дуҫтарын йыйҙы

Өфө фән һәм технология университетында “Шоңҡар” Әҙәби түңәрәгендә ҡатнашҡан төрлө быуын ҡәләм оҫталарының осрашыуы ойошторолдо. Быйыл ойошманың эшләүенә 88 йыл. Түңәрәккә йөрөгән йәш студенттарҙың күптәре хәҙер билдәле яҙыусы һәм шағирҙар. Төрлө йылдар кисерә. Студенттар уҡыған бинаның да исеме алмашына. 1934 йылда “Шоңҡар” түңәрәге Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты сиктәрендә асыла, артабан ул Башҡорт дәүләт университеты тип атала, хәҙер иһә Өфө фән һәм технология университетында өлкән быуын яҙыусылары йәш ҡәләм оҫталары менән осрашты. Ҡиммәтле хәтирәләр. Ҡәҙим Аралбай шәхси архивында йәш сағында үҙе һәм уның ҡәләмдәш дуҫтары ижад иткән әҙәби әҫәрҙәрҙе һаҡлаған. Даталарын да билдәләп ҡуйған. 1965 йылдың декабрендә Совет Башҡортостаны газетаһында сыҡҡан шиғырҙар һәм хикәйәләр, әҙәби түңәрәктә шөғөлләнгән студенттарҙың фотоһүрәттәре.Тап ошо әҙәби түңәрәктә ҡәләм тибрәттек һәм бер-беребеҙҙән яҙыу оҫталығына өйрәндек, ти хәтирәләргә бирелеп Башҡортостандың халыҡ шағиры.Быйыл Өфө фән һәм технология университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетындағы әҙәби ойошмаға 88 йыл. Һәм йәш ижадсылар ошо түңәрәккә йөрөгән билдәле яҙыусы, шағирҙарҙы осрашыуға саҡырҙы. 1934 йылда ул ваҡыттағы Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында әҙәби түңәрәк ойошторолған. Берекмәне Ғәлимов Сәләм етәкләй, янына йәш, һәләтле һүҙ оҫталарын йыя. Әҙәби түңәрәк йәш студенттарға ҡанат ҡуйыусы, илһамландырыусы, берләштереүсе сихри урын. Ошонда беренсе әҫәрҙәре уҡылған, баһаланған, тәүге ултырыштарын яҙып барғандар. Йәш “Шоңҡарсылар” ошо яҙмаларға таянып, байрам сараһында ваҡиғаларҙы сәхнәләштерҙе. “Шоңҡар” түңәрәге төрлө йылдарҙы кисерә. Гөрләп торған заманалар ҙа, бер аҙ тынып ҡалған ваҡыттар ҙа була, әммә бер ваҡытта ла шиғри дәрт һүнмәй. 9 тиҫтәгә яҡын дәүерҙә ошо түңәрәккә йөрөгән байтаҡ яҙыусы һәм шағирҙар исемдәре хәҙер күптәргә билдәле һәм уларҙың әҫәрҙәре яратып уҡыла, мәктәп программаһында өйрәнелә. Әле “шоңҡар” әҙәби түңәрәгендә 25 йәш ҡәләм оҫтаһы шөғөлләнә. Уҡыу йылы башланыу менән исемлек йыл да яңы студенттар менән тулылана. Яҙыусы серле һүҙ менән халҡыбыҙҙың аңын тәрбиәләй, туған телгә, илгә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә һөйөү уята. Өлкән быуын һүҙ оҫталары йәштәргә ҙур өмөттәр бағлай. “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенең киләсәге йәштәр ҡулында.