Башҡортостан башлығы таҙартылмаған ҡар буйынса шәхсән аңлатма таптырасаҡ. Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, ҡар таҙартыу эшен көсәйтергә ҡушты. Сөнки, был мәсьәлә әле һаман киҫкен ҡала. Хөкүмәт ултырышының көн тәртибе хаҡында хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов. Бер аҙнала Инцидент менеджмент системаһына юлдарға бәйле 1 мең 300-ҙән ашыу мөрәжәғәт булған. Шуларҙың 850-гә яҡыны ҡар таҙартыуға бәйле. Бигерәк тә Белорет районы халҡы күпләп шылтыратҡан һәм хәбәр ебәргән. Уҙған аҙнала бында күпләп ҡар яуғайны. Кешеләрҙең йәшәйешенә юлдар торошо, светофорҙарҙың эшләмәүе, трассаларҙың яҡтыртылмауы ла ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Октябрҙә республикала Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон ойошторолдо. Уның төп өлөшө тупланған, әле лә хәрбиҙәрҙе ҡабул итеү дауам итә. Был маҡсатта Стәрлетамаҡта, Сибайҙа, Сермәндә, Иҫке Собханғолда һәм Малаяҙда батальондың вәкиллектәре асылған. Ошо арала 700-гән кеше ғариза яҙған. Башҡортостан башлығы республика хөкүмәтенә батальонды тулыһынса тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. “Сәләмәтлек” милли проектының 4 күрһәткесе буйынса республикала ҡатмарлыҡтар килеп тыуған. Уларҙың барыһы ла кадрҙар мәсьәләһенә ҡағыла. Әгәр ҙә икәүһе буйынса ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин булһа, тағы икәүһе тормошҡа ашмауы ихтимал. Ошо турала Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Был белдереү Радий Хәбировта, әлбиттә, ыңғай тәъҫорат уятманы. Башҡортостан Башлығы эш башлау менән уҡыусыларҙың туҡланыуына ҙур иғтибар бүлә. Радий Хәбиров белем усаҡтарында ашатыу сифатын яҡшыртыуҙы талап итеп килә. Һуңғы арала урындағы хужалыҡтар мәктәптәрҙе 84 процентҡа үҙебеҙҙең һыйыр ит менән тәьмин иткән. Бынан тыш, мәғариф учреждениеларында үҙебеҙҙә етештерелгән тауыҡ ите 17 процентҡа, йомортҡа – 33 процентҡа һәм йәшелсә 22 процентҡа артҡан. Транспорт һәм юл хужалығы министры хеҙмәт урынын ҡалдыра тигән мәғлүмәт раҫланды. Радий Хәбиров шәхсән ошо турала белдерҙе. Александр Булушевтың вазифаһын бушатыуы икенсе эшкә күсеүе менән аңлатыла. Транспорт тармағы етәкселегендә үҙгәрештәр булһа ла, был өлкәлә эштәр ыңғай яҡҡа бара. Декабрҙән Өфө-Белорет йүнәлешендә көн һайын поездар йөрөй башлай. “Көнсығыш экспресс”ы проектын тормошҡа ашырыу республикалағы иң ҡатмарлы юлдарҙың береһен өлөшләтә бушатырға ярҙам итер, тип көтөлә. Башҡортостанда ул уҙған йылда ғәмәлгә инде һәм Өфө-Күмертау-Ырымбур, Өфө-Айғыр, Өфө-Приют-Абдуллин йүнәлештәре буйынса уңайлы һәм тиҙ йөрөшлө поездар халыҡты хеҙмәтләндерә.Башҡортостан Башлығы тағы бер йүнәлешкә иғтибар итергә саҡырҙы. 2021 йылдан республикала “Атайсал” проекты тормошҡа ашырыла башлағайны. Ошо арауыҡта хәлле яҡташтар тыуған ауылына, районына меңәрләгән проблеманы хәл итергә ярҙам иткән. Уға сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡушылды. Радий Хәбиров бөтә райондарҙы ла проектта әүҙем ҡатнашырға ҡушты.
Таҙартылмаған ҡар өсөн етәкселәр шәхсән аңлатма бирәсәк
Таҙартылмаған ҡар өсөн етәкселәр шәхсән аңлатма бирәсәк