Владимир Путин Башҡортостандың Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлеген юғары баһаланы

Владимир Путин Башҡортостандың Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлеген юғары баһаланы

Ил Президенты был турала 18-се Рәсәй – Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында белдерҙе. Сараның пленар ултырышы Ырымбур ҡалаһында уҙҙы. Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым Жомарт Токаев форумда Мәскәүҙән онлайн бәйләнеш аша ҡатнашты. Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлек йылдан-йыл көсәйә. Астана ҡалаһында Башҡортостан вәкиллеге асылды. Былтыр яҡтар араһындағы тауар әйләнеше 297 миллион доллар булһа, әле ул 1,5 тапҡырға артҡан. Ошоно иҫәпкә алып Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 20-се юбилейлы Рәсәй – Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын Башҡортостанда үткәрергә тәҡдим итте. Башҡортостан делегацияһы былтыр сентябрҙә Ҡаҙағстанда булғайны, эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Ҡаҙағстан президенты Ҡасым Жомарт Токаев менән осрашты, унда берлектәге байтаҡ проекттарға нигеҙ һалынды. Астана ҡалаһында Башҡортостан вәкиллеге асылды. Ә декабрҙә күршеләрҙең делегацияһы Башҡортостанға килеп хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен барланы.