Родина кинотеатрында «Ап-аҡ ҡар» ҡыҫҡа метражлы фильмының премьераһы үтте. Режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вилүрә Иҫәндәүләтова. Тамашасы залында буш урындар юҡ. Ап-аҡ ҡар фильмын ҡарарға бәләкәйе лә, олоһо ла килгән. Фильмдың башында Йәмиләнең сабый сағы һүрәтләнә. Яңы ғына тыуған баланың ғүмере фажиғәле тамамланыр ине. Әгәр юлында инә бүре осрамаһа. Ат санаһынан төшөп ҡалған сабый оҙаҡ ҡарҙа ята. Атаһы тапҡанға тиклем йыртҡыс Йәмиләне йылытып ҡына ҡалмай, башҡа йәнлектәрҙән дә һаҡлай. Ҡыҙ үҫкән һайын уның күңелендә бүрегә ҡарата рәхмәте лә арта. Шуғалыр, атаһы дуҫтары менән һунарға йыйынғас, Йәмилә оҙаҡ уйламайынса йыртҡыс дуҫына бурысын ҡайтарырға тип урманға ашыға. Был көндө һунарсылар табышһыҙ ҡайта, ә бына ҡыҙыҡай юғары тән ҡыҙыулығы менән дауаханаға эләгә. Палатала балалар йортонан килгән ҡыҙ менән бергә яталар. Тәүҙә уртаҡ тел таба алмайҙар.Береһе русса икенсеһе башҡортса ғына һөйләшкән ҡыҙҙар һөҙөмтәлә дуҫлашып китә. Режиссерҙың фекеренсә, уларҙы балалар теле берләштерә. Әйткәндәй, фильм нигеҙендә ятҡан тарих – булған хәл. Вилүрә Иҫәндәүләтованың бала саҡ тарихы. Шуға ла ролдәргә балалар һайлауға ул айырыуса ҙур иғтибар бирә. Вилүрә Иҫәндәүләтова өсөн « Ап-аҡ ҡар» тәүге нәфис фильм. Быға тиклем режиссерҙың 20-нән артыҡ документаль фильмы донъя күргән. ТЭФИ-төбәк телевизион премияһы лауреаты исеменә лә лайыҡ булған. Иң мөһиме, кино тамашасы күңеленә хуш килде.Тамашасылар оператор Вячеслав Ложковойҙың эшен айырым билдәләне. Ул Өфөлөләргә режиссер Айнур Асҡаровтың « Өс таған » һәм “Йыл ғаиләһе” фильмдарын яҡшы таныш. “Ап-аҡ ҡарҙың» ҙур экранға сығыуы менән Вилүрә Иҫәндәүләтова сираттағы фильм өҫтөндә эш башлаған. Киностудия менән берлектә, Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ташлама, әсәй” әҫәре буйынса, хәҙер инде тулы метрлы фильм төшөрә башлаясаҡ.
Ап-аҡ ҡар
Ап-аҡ ҡар