Бөгөн иртән Өфө-Силәбе юлында Ҡазандан Силәбегә китеп барыусы автобус һәләкәткә осраны.
Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 38 пассажир менән ДАФ автобусы ҡаршы яҡ юлға сығып МАЗ йөк машинаһына бәрелгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, автобус водителе йәрәхәттәр алған.