Ҡыуаныс урынына, киреһенсә, хафа килтергән ремонт

Тулыраҡ: Ҡыуаныс урынына, киреһенсә, хафа килтергән ремонт

Баш ҡаланың үҙәк өлөшө – Ибраһимов бульварында хәҙер бейек диуар. Бынан теүәл бер йыл элек башланған ремонт эштәре биҫтә халҡына ҡыуаныс урынына, киреһенсә, хафа килтерҙе. Йылылыҡ трассаһы һаман яңыртылмаған, торбалар иһә сүп аҫтында. Яңыртыу эштәре менән риза булмаған халыҡ һаман дөрөҫлөк эҙләй. Яуап алыр өсөн төрлө инстацияларға мөрәжәғәт итеүҙең файҙаһы юҡ. Һөҙөмтә бер – ремонтты башҡарыусыларҙы табыу еңелдән түгел. Был компания вәкилдәре менән дә бәйләнешкә инеү ауырға тура килә. Белгестәр яңыртыу эштәренең күләмле булыуын билдәләп, ремонттың тағы ла һуҙыласағын әйтә. Уҙған йылда республикалағы йылылыҡ трассаларының яртыһы иҫкергәйне. Өфөлә, мәҫәлән, быйыл 26 саҡырымда торбалар яңыртылырға тейеш. Генераль Горбатов урамындағы селтәрҙәргә хәҙер егерме йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ә 2017-се йылдан Башҡортостан халҡы йылылҡ өсөн айырым ҡағиҙә буйынса түләй башлай. Был юлы иһә махсус приборҙар ҡуйылған йорттар ғына үҙгәрештәрҙән файҙа аласаҡ. Генерал Горбатов исемендәге урамдағы күп ҡатлы йорттарҙы йәшәүселәрҙе ҡышҡы һалҡындар ҡурҡытмай. Яңы торбалар һалҡын миҙгелдә ышаныслы хеҙмәт итергә тейеш. Ә сентябрь урталарына тиклем республикала йылытыу осрона әҙерлеккә йомғаҡ яһаясаҡтар.