Рәсәйҙең үҙән банкы 200 һәм 2 мең һумлыҡ аҡсаларҙың символына тауыш биреүҙең икенсе этабын иғлан итте

Тулыраҡ: Рәсәйҙең үҙән банкы 200 һәм 2 мең һумлыҡ аҡсаларҙың символына тауыш биреүҙең икенсе этабын иғлан итте

Бөгөнгә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән миллион кеше 5 мең символ өсөн тауыш биргән. Икенсе этапҡа 49 ҡаланан 76 иҫтәлекле урын үткән. Ошо турала исемлек Твоя һыҙыҡ Россия нөктә рф сайтында баҫылған. Бөгөн икенсе этап башлана һәм 30-сы августҡа тиклем дауам итә. Һорау алыу бөтә ил буйынса алып барыла, ойоштороусылар 200-ҙән ашыу ауыл-ҡалаларҙа булырға ниәтләй. Унда 18 йәше тулған 6 мең респондент ҡатнаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ икенсе этапҡа Салауат Юлаев һәйкәле лә үтте. Йәғни, 200 һәм 2 мең һумлыҡ купюраларҙа милли батырыбыҙҙың һыны һынландырылыуы ихтимал.