Рәсәй Үҙәк банкы страховкалау компанияларының лицезияларын тартып ала башланы

Тулыраҡ: Рәсәй Үҙәк банкы страховкалау компанияларының лицезияларын тартып ала башланы

Ошондай 4 компания был баҙарҙан китә. Улар үҙ эшмәкәлегендә закон боҙоуҙарға юл ҡуйған.Башҡортостанда ла водителдәр автомобилдәрен ауырлыҡ менән страховкалай. Компаниялар страховка баҙарында хәлде көйләү урынына, киреһенсә, төрлө ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Ауылда теркәлгән автомобильдәрҙе күпселек компаниялар страховкаларға теләмәй. Белгестәр билдәләүенсә, страховка компаниялары аралашсылар аша эшләргә тырыша. Бындай осраҡта Осагоны ҡиммәткә һатырға була. Шулай уҡ, яуаплылыҡтан да ҡасырға мөмкин. Сөнки, компания клиенттарға полис биреүҙән баш тартмаған кеүек килеп сыға. Страховка компанияларының Осаго полистарын бирмәүенә ялыу менән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бының өсөн Рәсәй үҙәк банкына ғариза яҙырға кәрәк. Ә офисҡа барғанда телефонға булһа ла видеоға төшөрөргә кәңәш ителә.