Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙән кәм тигәндә 271 спортсы Рио-де-Жанейролағы Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ. Был хаҡта махсус йыйылған матбуғат конференцияһында Рәсәйҙең Олимпия комитеты етәксеһе Александр Жуков белдерҙе. Александр Жуков шулай уҡ Рәсәйҙең еңел атлетика буйынса командаһы менән килеп тыуған хәлгә лә асыҡлыҡ индерҙе.

Бразилия парламентының юғары палатаһының импичмент буйынса махсус комиссияһы ил президенты Дилма Русефрты вазифаһынан бушатыу өсөн тауыш бирҙе. Хәҙер был ҡарарҙы сенат пленумы раҫларға тейеш. Әлегә Русефф президент вазифаһынан ваҡытлыса ситләтелгән.

Калифорнияла урмандар яна. Ут 4 мең 500 гектар майҙанды ялмап алған. Урындағы хакимиәттәр халыҡты эвакуациялай башлаған. 700 янғын һүндереүсе, вертолет һәм самолеттар ярҙамында ҡотҡарыусылар ут менән көрәшә. Әлегә һөҙөмтә юҡ. Күҙаллауҙар буйынса, бында янғындар август аҙағына тиклем дауам итәсәк.

Ирландия полицияһы билдәһеҙ осоусы объект тотҡан. Полиция руль артында урындағы рәссам Әли Кемаль ултырғанын һәм транспорттың башҡалар өсөн хәүефһеҙ икәнен асыҡлағас, осоусы тәрилкә юлын дауам иткән.