Ошо турала Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов „Берҙәм Рәсәй„ фирҡәһе вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Буласаҡ депутаттар менән осрашыуҙа халыҡты һәм муниципалитеттарҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Иң мөһиме фирҡә башланғыстары һәм уларҙы хәл итеү юлдарын өйрәнергә кәрәк. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, кешеләр мөрәжәғәттәренең күбеһе юлдарҙың насар булыуына, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта күрһәтелгән хеҙмәттәргә хаҡ артыуға бәйле. Осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов Өфөнөң ыңғай үҫешен-ял урындарының төҙөкләндерелеүен, объекттар инфраструктураһының камиллашыуын, мәҙәни сараларҙың төрлөлөгөн билдәләне. Бынан тыш баш ҡалабыҙ алдынғы сәнәғәт, фән, мәҙәниәт, спорт үҙәге статусын аҡларға, халыҡ-ара сараларҙы уҙғарыу майҙансығы булыуын һаҡларға тейеш. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 2019 йылда Башҡортостан республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған байрам саралары үтәсәк. Ошоға бәйле төбәк башлығы юбилейлы „Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект„ республика акцияһын уҙғарырға тәҡдим итте. Башҡортостан башлығы фекеренсә, республикала туристик инфраструктураны һәм ял урындарын да үҫтереү мөһим.
Башҡортостан ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы төбәктә яңы 100 объект барлыҡҡа киләсәк
Тулыраҡ: Башҡортостан ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы төбәктә яңы 100 объект барлыҡҡа киләсәк