«Һуғыш шаңдауы» экспозицияһының авторы — рәссам-график Фәнил Шәймөхәмәтов. Әлеге көндә ул Ишембай ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Рәссам 120—нән артыҡ күргәҙмә ойошторған. «Һуғыш шаңдауы» исемлеһе еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Автор һуғыш лирикаһын, тәбиғәтте, ябай кешеләрҙең күңел кисерештәрен линогравюра техникаһы аша күрһәтә. Фәнил Шәймөхәмәтовтың әҫәрҙәре Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Ишембай, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Салауат картиналар галереяһында, сит илдәрҙәге шәхси коллекцияларҙа ла һаҡлана.Күргәҙмә 4 августан 31 октябргә тиклем эшләй.
Хәрби Дан музейында яңы күргәҙмә асылды
Тулыраҡ: Хәрби Дан музейында яңы күргәҙмә асылды