Иркутск өлкәһенән 2-се төркөм инвалиды Александр Варенков мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең бер кемдән дә кәм түгеллеген, хатта сәләмәт кешеләргә ҡарағанда ла көслөрәк була алыуҙарын иҫбат итеү өсөн юлға сыға. 3 мең 800 саҡырымдан ашыу юл үтеп, кисә ул Өфөлә туҡталды. Ике еңел һәм тағы ла ике тапҡыр ауыр инсульт кисереп, ҡасандыр түшәктән дә тора алмай ятҡан, ашҡаҙан-эсәк юлдарына, бауырына – барыһы 15-ләп операция кисергән ир-егет бөгөн бик күптәр өсөн өлгө һәм үрнәк. Бала кеүек яңынан атларға өйрәнә, 100 метрҙы атлап үтеүҙе лә ҙур еңеүе тип ҡабул итә ул. Юлда килгән ваҡытта мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм инсульт кисергәндәр менән осрашып уларға үҙенең кәңәштәрен бирә, төрлө хәрәкәттәр өйрәтеп китергә тырыша.Гимнастика буйынса спорт мастеры Иркутск өлкәһендә лә адаптив спорт инструкторы булып эшләй. Спортсы 20 авгусҡа Мәскәүгә барып етергә иҫәп тота. Алда әле 1 мең 500 саҡырым юл көтә уны. Иртәгәнән һуңға 66 йәшен билдәләүсе Александр Варенков үҙен яҡшы тоя, башҡаларҙы ла бер ваҡытта ла бирешмәҫкә һәм төшөнкөлөк соҡорона ҡоламаҫҡа саҡыра.
Ангарск-Мәскәү араһын йәйәү
Тулыраҡ: Ангарск-Мәскәү араһын йәйәү