Мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам

Мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам

Республика башлығы Радий Хәбиров мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 20 мең һумлыҡ бер тапҡыр түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта ул Башҡортостан менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Указға ярашлы, аҡса мобилизацияға эләгеүселәргә, уларҙың ҡатындарына, бәлиғ булмаған балаларына һәм һәм көндөҙгө бүлектә белем алыусы 23 йәшлек балаларына 26-сы декабргә тиклем түләнәсәк. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов. Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына яңы йыл бүләге. Радий Хәбиров Оператив кәңәшмәлә мобилизацияланыусыларға, уларҙың ҡатындарына, 18 йәше тулмаған балаларына һәм көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге студент балаларына 20-шәр мең һумлыҡ бер тапҡыр түләнә торған ярҙам тураһында иғлан итте. Кәрәкле сумма бар, сығанаҡтары билдәләнгән, уны 26 декабргә тиклем түләп бөтөргә тигән бойороҡ бирҙе Республика Башлығы. Ә бына дәүләт аҡсаһын урлаусылар иһә закон алдында яуап тоторға тейеш. Радий Хәбиров баҡсасылыҡ ширҡәттәренә быйыл бүленгән 50 миллион һумдың маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуында шикләнә. Тәүтикшереүҙәр быны раҫлай – юлға түшәлгән таш күләме кәметелгән, һөҙөмтәлә ярты аҡса кеҫәләргә инеп ятҡан, тине төбәк етәксеһе. Радий Хәбиров барлыҡ эштәрҙе тикшереп, прокуратураға тапшырырға ҡушты. Тикшереүҙәр был аҙнала мәктәп ашханаларында ла дауам итә. Муниципалитет етәкселәренә белем усаҡтарында ашатыуҙың нисек ойошторолоуын тикшереү бурысы ҡуйылғайны. Оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы был эшкә Роспотребнадзорҙың да ҡушылыуын һораны. Ашатыуҙан айырмалы Башҡортостан мәктәптәрендә электрон ресурстар менән файҙаланыу күпкә яҡшы ойошторолған. Был турала Электрон мәғариф тураһындағы докладта әйтелде. “Цифралы белем” электрон курсында 900-ҙән ашыу бушлай ресурс тупланған, бөгөн уның менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәре файҙаланыу мөмкинлегенә эйә, ПрофИТ конкурсында ул беренсе урын яулаған. Мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итмәгән ҡайһы бер табиптар яҡын арала эшһеҙ ҡалыуы ихтимал. Оператив кәңәшмәлә инцидент менеджментҡа килгән ялыуҙар араһында табипҡа яҙылыуға ҡағылышлы мөрәжәғәттәр күп булыуы әйтелде. Үткән оператив кәүшмәлә лә ошо уҡ хәл ине. Радий Хәбиров яуаплы етәкселәргә уны хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Министр Айрат Рәхмәтуллин проблеманы кадрҙарҙы алмаштырып ҡына хәл итеп була тине. Ял көндәрендә Өфө янындағы Нуғай ауылының утһыҙ ҡалыу сәбәптәре билдәле булды. Оператив кәңәшмәлә коммуналь хужалыҡ өсөн яуаплы министр аҙна дауамындағы авариялы хәлдәрҙе барлап үттә. Электр селтәрендәге юғары көсөргәнеш арҡаһында ауылда йәшәүсе 2 меңгә яҡын кеше утһыҙ ҡалды. 546 ихатаны 17 сәғәттән һуң ғына электр сығанағына тоташтырғандар. Әйткәндәй үткән аҙна эсендә Өфө тирәһендә 33 йортта оҡшаш авариялы хәл булып 7 мең кеше ваҡытлыса утһыҙ ҡалған