Һалҡын ҡышта һалҡын һыу һәм һыуыҡ аш

Һалҡын ҡышта һалҡын һыу һәм һыуыҡ аш

Өфөләге Совет районында йәшәгән күп фатирлы йортта кешеләр көтөлмәгән бәхетһеҙлеккә тарыған. Газ колонкалы һәм газ плиталы фатирҙар газһыҙ көн итергә мәжбүр. Халыҡ сараһыҙҙан зарын беҙҙең хәбәрселәргә белдереп хәлгә асыҡлыҡ индереүҙе үтенә. Лидия Александровнаның бер бүлмәле фатирында газ һүндереп бер нисә көн үткәс плитаға яғыулыҡ бирелә. Тикшереүселәр килеп төтөн торбаһын файҙанырға рөхсәт бирә. Тик ни өсөн колонканы ҡабыҙырға ярамағанын хужабикә һаман аңламай. Һигеҙ подъезлы биш ҡатлы йортта йәшәгән кешеләр һыуыҡ һыуға ғына ҡалырға риза түгел. Улар ҡасан тигән һорауҙы ҡабатлай.Ә күп фатирҙар бөгөн ризыҡ әҙерләү мөмкинлегенән дә мәхрүм. Йорт комитеты рәйесе хәлгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында бар яуаплы ойошмаларға мөрәжәғәт итеп ҡараған.Иң ғәрләндергәне – газ биреү ҡышын, көтмәгәндә, иғланһыҙ туҡтатылды, ти фатир хужалары. Идарасы компанияға ғына түгел газ менән тәьмин итеүсе ойошмаға ризаһыҙлыҡ белдереп шәхсән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар.Газ менән тәьмин итеүсе ойошма иһә Хөкүмәт ҡарары нигеҙендә эш итә. Елләтеү һәм төтөн үткәреү системаларында етешһеҙлектәр бар икән газ приборҙарын файҙаланыу тыйыла. Халыҡтың хәүефһеҙлеге хаҡына. Идара итеүсе компания эштәрҙе ваҡытында башҡара алмауын фатир хужаларының газ приборҙарын тикшереү шарттарын тәьмин итмәүе менән аңлата. Фатирҙарға үтеп инеү сикле, тиҙәр. Кешеләр ишек асмай. Ә төтөн торбаларының тыштан күренеп торған емереклеге рәсми документта теркәлергә тейеш. Әле йортта газ приборҙарын тикшереү дауам итә. Торлаҡ хеҙмәтләндереүселәр бер яҡтан фатир хужалары алдында яуап тотһа, икенсенән газ биреүселәр талабын үтәргә бурыслы. Вентиляция торбаларын ҡабаттан тикшереү тураһындағы иғлан эленгән, ә бына газ биреүҙе туҡтатыу тураһында белдереү бөтөнләй юҡ. Йылы һыу менән ҡул йыуып йылы аҙыҡ әҙерләү бәхете был йортта йәшәүселәргә елләтеү менән төтөн үткәреү системаларын тәртипкә килтергәс тә ҡайтарыласаҡ. Фатир хужалары торлаҡ файҙаланыу хеҙмәтенән был ғәмәлде яҙыу элмәй генә башҡарһа ла риза.