Яңы йылға тиклем һанаулы ғына көндәр ҡала

Яңы йылға тиклем һанаулы ғына көндәр ҡала

Байрам өҫтәле нисә һумға төшәсәк? Аҙыҡ-түлекте алдан алып ҡуйырғамы, әллә ташламаларҙы көтөргәме? Күптәрҙе борсоған һорауҙарға яуап эҙләп, беҙҙең ижади төркөм кибеттәр һәм баҙарҙар буйлап йөрөп сыҡты. Иң мөһиме өйҙә ит запасы булырға тейеш, ти Александр Бочкарёв. Хаҡтарҙы сағыштырып ҡарап сыҡҡандан һуң, иң осһоҙон табып, бер юлы 30 килограмм һатып алған пенсионер. Ысынлап та, аш-һыу бүлмәһендәге иң мөһим ризыҡ – иткә быйыл хаҡтарҙың байтаҡ артыуы күҙәтелә. Әммә һатыусылар әйтеүенсә, әле иттең ҡайһы бер төрҙәре осһоҙланған. Тик өфөлөләр, киреһенсә, барлыҡ аҙыҡ-түлеккә тиерлек хаҡтарҙың күтәрелеүенә зарлана. Башстат мәғлүмәттәренә ярашлы, аҙыҡ-түлек тауарҙарына ҡулланыусылар хаҡтары үҫеше күҙәтелә. Былтырғы менән сағыштырғанда һыйыр, тауыҡ ите, балыҡ, һөт, ыҫланған колбаса, аҡ май ҡиммәтләнгән, ә бына тауыҡ йомортҡаһы, көнбағыш майы һәм ҡайһы-бер емеш-еләккә хаҡтар төшкән. Бер айҙа туҡланыу продукттары хаҡтары динамикаһы билдәләнмәгән. Тик яңы йыл өҫтәленә иҫкермәй торған ризыҡтарҙы алдын алып ҡуйырға кәңәш итә белгерстәр. Мәҫәлән, йәшел борсаҡҡа күп кенә кибеттәрҙә ташлама бар. «Оливье» салатына кәрәк булған ингридиенттарҙың хаҡын иҫәпләп ҡарағандан һуң, 530 һум килеп сыҡты. Ғөмүмән, яңы йыл өҫтәлендәге традицион ризыҡтар — оливье индексы 4,3 процентҡа, ә тун аҫтындағы сельдь салаты 8 процентҡа тиклем артҡан, тип хәбәр итттеләр республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан. Магазиндар буйлап сәйәхәтте иң һуңғы сиратҡа ҡалдырмайынса, хаҡтарҙы сағыштырып, акция һәм ташлама буйынса аҙыҡ-түлек һатып алып ҡуйғанда, байрам өҫтәленә сығымдарҙы байтаҡҡа кәметергә мөмкин.