Өфөнөң 161-се лицейында диңгеҙ флоты кадеттары слеты үтте

Өфөнөң 161-се лицейында диңгеҙ флоты кадеттары слеты үтте

Быйыл кадеттар рәтендә тәүге тапҡыр присяганы Мариуполь, Херсон һәм Донецк үҫмерҙәре бирҙе. Ләйсән Тимербулатова репортажы.
8 йыл элек 10-лап ҡына үҫмер диңгеҙ флоты кадеттары рәтенә ҡабул ителһә, әле улар һаны 700-ләп иҫәпләнә. 29 ноябрҙә тағы ла 300 уҡыусы кадетлыҡҡа ҡабул ителде. Сәхнәгә флагтар күтәрелә.Барыһы ла хәрби тантаналарҙағы кеүек. Залда кадеттар ант биреү минуттарын көтә. Ҡунаҡтар уларҙы ҡотларға йыйылған. Башҡортостандың дингеҙ флоты кадеттары яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе менән башҡалаларҙан айырылып тора. Улар төбәктең төрлө сараларында, парадтарҙа ҡатнаша, ярыштарҙа еңеүҙәр яулай. Херсон, Мариупольдан, Донецктан 8 ҡыҙ һәм егет тә хәҙер Башҡортостандың дингеҙ флоты кадеттары. Улар тыуған төбәктәрен, унда ҡалған дуҫтарын, туғандарын һағыныуҙарын һәм Башҡортостанды яратып өлгөрөүҙәре тураһында тойғолары менән уртаҡлашты. Был һигеҙ ҡыҙ һәм малай Башҡортостандың башҡа үҫмерҙәре менән бергә кадет антын бирҙе. Присяга тексын 161-се лицейҙың 5 класс уҡыусыһы Әмир Биккинин уҡыны.Ҡыҙҙар, малайҙар хәҙер ябай кластың түгел, ә кадет взводы ағзаһы. Һәр береһенең танытмалары бар.Взводтары менән флагтарын ҡәҙерләп һаҡларға бурыслы улар. Слеттың тағы ла бер тантаналы өлөшө — күп йылдар кадет исемен йөрөтөп, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән үҫмерҙәргә хәрби званиелар тапшырыу булды.