Күпселеккә мәғлүм булғаны һәм байтаҡ бәхәстәр тыуҙырғаны – коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ артыуы менән бәйле. Бынан тыш, медицина, һалым, мәғариф системаһы һәм башҡаларға ҡағыла. Был хаҡта ентекләберәк аҙна хәбәрҙәре репортажында. Социаль селтәрҙәге сәхифә лайк, комментарийҙар өсөн генә кәрәкмәй. Ул йәмғиәт менән дәүләт органы араһындағы күперҙе нығытыусы ҡорал, ти Өфөнөң Киров район суды хеҙмәткәре. Бәйләнештә селтәрендә кисә генә булдырылған сәхифәгә тәүге “дуҫтар” ҡушыла башлаған да инде. Тиҙҙән иң резонанслы суд ултырыштарын тура эфирҙа трансляциялау мөмкинлеге буласаҡ. Рәсми сайт менән бер рәттән барлыҡ дәүләт органдары хәҙер “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә эш барырға бурыслы. Әлеге лә социаль селтәрҙәрҙә киң бәхәс тыуҙырған үҙгәреш – коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ артыуына бәйле. Индексация 9 процентҡа етә. Башта ул июль айында булырға тейеш ине, әммә илдәге хәлдәргә бәйле киләһе йылға ҡалдырылғайны. Әммә хөкүмәт ҡарары менән был йылдың һуңғы айына күсерелде. Киләһе индексация тик йыл ярымдан ғына буласаҡ. Ошо хаҡта Башҡортостан радиоһына биргән интервьюһында Дәүләт Думаһы депутаты Рима Үтәшева белдерҙе. Ҡыштың тәүге көнөндә мотлаҡ медицина страховкалауға бәйле яңылыҡ та ғәмәлгә инде. Хәҙер уның ҡағыҙҙағы варианты ғәмәлдән сығарыла, бынан ары тик электрон формала ғына юлланасаҡ. Шулай ҙа медицина полисын ташларға кәрәк тигәнде аңлатмай. Тағы бер үҙгәреш һалымдарға бәйле, дөрөҫөрәге һалым түләүселәрҙе теркәүгә. Хәҙер дәүләт хеҙмәттәре порталы аша иҫәпкә торорға мөмкин. Мөғариф тармағындағы үҙгәреш һөнәри белем биреү учреждениеларына етештереү үҙәктәрен асыуға бәйле. Шунда уҡ үҙ студенттарын рәсми эшкә алыу мөмкинлеге бирелә. Ә футбол яратыусыларға 1 декабрҙән һуң Рәсәй премьер-лигаһы уйындарын барып ҡарар өсөн көйәрмән картаһын юлларға тура килә.
Декабрҙән илдә байтаҡ закондар ғәмәлгә инде
Декабрҙән илдә байтаҡ закондар ғәмәлгә инде